1 июль шаршамбыға тура килә, был көн әле үк ял тип иғлан ителгән, әммә хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ. Ил башлығы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә айырым иғтибар биреү бурысын ҡуйҙы. Рәсәйҙә эпидемиологик хәл яҡшыра бара, бер ай эсендә күрһәткестәрҙе тағы яҡшыртыу мөмкинлеге бар, тине Президент.