Льготалы ауыл ипотекаһы бирелә башлауына бер-ике ай ғына ваҡыт үтте. Рәсәйҙең 61 төбәгендә дүрт меңдән ашыу кеше ауыл ипотекаһын юллап өлгөргән. Дөйөм алғанда, 7,7 миллиард һумлыҡ торлаҡ һатылған.
Башҡортостанда иһә 1 миллиард һумға ипотека бирелгән. Был күрһәткес ил буйынса иң яҡшылар иҫәбендә, республика менән бер рәттән Ленинград өлкәһе килә.
Иң күбе Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы районында ауыл ипотекаһы программаһы менән ҡулланғандар. Башҡа райондарҙа ла үҫеш күҙәтелә. Программа муниципалитеттарға милли проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, льготалы ауыл ипотекаһы программаһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ғинуар айында булдырылды. Ауылдарҙа ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә йылына 0,1-3 процентлы ипотека кредиты алырға һәм ауылдағы өйгә хужа булырға мөмкинлегенә эйә булды.