Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 10:42

Владимир Путин “Транснефть” башлығы Николай Токарев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

#ВладимирПутин

Владимир Путин “Транснефть” йәмғиәте президенты Николай Токарев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Осрашыуҙа ойошманың үткән йылдағы эш һөҙөмтәләре һәм артабанғы эшмәкәрлектең отошло йүнәлештәре тикшерелде.
Николай Токарев ойошманың төп күрһәткестәренең яҡшы булыуын билдәләне. Йөк әйләнеше – 2,5 процентҡа, нефть ҡабул итеү 1,5 процентҡа үҫкән. Рәсәйҙә нефть экспорты үткән йылда 4 процентҡа артҡан.
“Транснефть”тың килеме беренсе тапҡыр триллион һумдан артҡан. 270 миллиард һумлыҡ инвестицион программа үҙләштерелгән. Нефть сығарыусы ун станция төҙөлгән, алтыһы реконструкцияланған. Өҫтәмә рәүештә 1100 яңы хеҙмәт урыны булдырылған.
Читайте нас: