Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 10:58

Башҡортостанда балалар онкологияһы үҙәге төҙөләсәк

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

30 майҙа Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Республика балалар клиник дауаханаһында булды. Ул балаларҙың һаулығы һағында тороусы иң алдығы дауаханаларҙың береһе.
Һаулыҡ һаҡлау министры һәм республика етәксеһе дауахана бүлектәренең эше менән танышты, уның матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Шулай уҡ дауахана базаһынжа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге булдырыу тураһында һөйләште. Әлегә төбәк ҡаҙнаһынан проект эштәрен башҡарыуға 22 миллион һум аҡса бүленгән.
– Гематологик ярҙам, онкогематология ауырыуҙары булған балаларға ярҙам итеү – һис шикһеҙ, мөһим. Шуға күрә проект тиҙ арала тормошҡа ашырылырға тейеш, – тип белдерҙе Михаил Мурашко.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: