Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Дмитрий Хворостовский исемендәге Мәрхәмәтлек фонды, БСТ каналы һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы “Беҙ балалар өсөн” телемарафонын үткәрә. Сарала йыйылған аҡсалар “церебраль паралич” менән яфаланыусы өс баланы дауалауға йүнәлтеләсәк.
19:00 сәғәттә БСТ каналында Башҡорт милли симфоник оркестрының концерты буласаҡ. Концертта шулай уҡ билдәле йырсыларҙың ҡатнашыуы көтөлә: Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, “Голос” проекты еңеүселәре Рушана Вәлиева һәм Наҙгөл Отузова. Концерт мәлендә телевизор ҡараусылар балаларға ярҙам итә ала, бының өсөн 3434 һандарына смс-хат ебәрергә кәрәк. Хаттың тексты шундай – «ДХ 200». Йыйылған аҡсалар Русфондҡа, балаларҙы дауалауға ебәреләсәк.
Билдәле йырсы Дмитрий Хворостовскийҙың фонды беҙҙең илдә иң танылғандарҙың береһе. Быға тиклем ул яман ауырыу менән сирләүсе 200-ҙән ашыу балаға һауығырға ярҙам иткән.