Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко эш сәфәре менән Өфөгә килгән. Ул Зубово ауылы янында төҙөлгән яңы Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы филиалын асыу тантанаһында ҡатнашты, "COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы шарттарында онкологик сирлеләрҙе дауалау" ғәмәли видеокәңәшмәһендә сығыш яһаны.
Инфекция үҙәге — тиҙ төҙөлгән модуль конструкцияларынан торған бер ҡатлы комплекс. Унда тәүлек әйләнәһенә эшләгән 100-гә яҡын, шул иҫәптән 62 бер урынлыҡ һәм 18 реанимация боксы бар. Хеҙмәткәрҙәр өсөн ятаҡ — айырым бинала. Санитар транспортты эшкәртеү майҙансығы, таҙартыу ҡоролмалары, резерв туҡланыу сығанаҡтары, ҡаҙанлыҡ бүлмәһе, кислород станцияһы хәүефһеҙ аралыҡта урынлашҡан.