Мин электән күберәк яңғыҙым йөрөргә яраттым, күмәк ыңғайына ҡатышып барманым. Әгәр өйөргә эйәрһәң, уның ҡанундарына буйһонаһың. Тауҙарға сығып китәм, болон буйҙарын айҡайым... Әй буйын ҡыҙырам, күлдәргә төшәм... Беҙҙе гел бергә булырға, коллектив ыңғайына баҫырға өйрәттеләр бит. Ә мин унда ят инем, гел ситтә йөрөнөм, ят бауыр булдым. Шуға аҙаҡ, олоғайғас та, бер коллективта ла, бер даирәлә лә үҙ кеше булып китә алманым.
Яңғыҙ кешенең башына төрлө уй килә. Шулай йөрөп ҡайтам да уйлағандарымды ҡағыҙға төшөрәм. Өҫтәл янына ултырһаң, ҡул үҙенән-үҙе яҙырға керешә. Тәүге сыймаҡлағандар сатай-ботай була әле, аҙаҡ уның хәрефтәрен үҙем дә танымай торам.
Йәнә ултырам, ҡәләмгә тотонам. Үҙенән-үҙе яҙыла, өҫтәл ҡағыҙ биттәре менән тула. Быныһы инде – айсбергтың өҫтө генә. Төбөнөң ни хәтлем тәрәнлектә булыры иһә авторға ла билдәле түгел.
Ҡырҡ йәшемә саҡлы – һаулығым шәп, үҙем йәш, көслө саҡта – бик ныҡ яҙыштым. Төнгө сәғәт өстәргә тиклем, хатта унан да һуңғараҡ ҡалып, ижад эше менән ултыра торғайным. Байтаҡ ваҡыт өй буйлап тегеләй-былай йөрөп, яҙыласаҡ әйберҙәрем хаҡында уйланам да киске сәғәт унда ғына ҡәләмгә тотонам. Көнөнә 14 – 16-шар сәғәт эшләйем. Шулай 10 – 14 көн дауам итә. Аҙаҡ – ял.
...Яҙышҡанда мине танырлыҡ түгел: башта – ҡағыҙ (гәзиттән) эшләпә, билем бабайҙарса быуылған, аяҡта – быйма. Әллә ниндәй мосафир, берәҙәк һымаҡмын, мине күргән кеше танымаҫ йә ҡурҡып ҡасыр. Үҙемде йоҙроҡҡа йомарлағанмын, тешемде ҡыҫҡанмын, бөтә яҙасағымды эсемә туплағанмын, хәҙер өҫтәл артында бөтәһен дә ҡағыҙға төшөрәсәкмен...
Был хәлдә инде ял, эшеңдең һөҙөмтәһе буласаҡ аҡса тураһында уйламайһың, бөтә маҡсат – нисек тә башлағанды ҡағыҙға төшөрөү. Шулай әллә нисә тиҫтә бит барлыҡҡа килә. “Әҫәр”ҙе осламайынса, баштағыны, күңелдәгене ҡағыҙға сығарып һалмайынса туҡтамайым. Яҙғандарым, әлбиттә, кеше уҡырлыҡ түгел әлегә, был көйө бармай. Тәү яҙғанда хәреф хатаһы, һөйләм төҙөклөгө хаҡында уйлау юҡ, нисек тә уҡырлыҡ дәрәжәгә еткерергә, тойғоларҙы ҡағыҙға түгеп һалырға кәрәк.
Әлбиттә, телдең тәмен белеп, семтемләп, шунда уҡ матурлап-юнып яҙыусылар бар, мин уларҙың нисек фекер йөрөтә, хис-тойғоно йүгәнләй алыуына, уның артынан өлгөрөүенә аптырайым. Яҙғанда әҫәрҙең идеяһы, фекере, темаһы хаҡында, теге йәки был геройымды ҡайҙа ҡуяйым, нисек кәүҙәләндерәйем, тип уйламайһың бит... Әлбиттә, уйланаһың, алдан самалайһың, ләкин яҙғанда, трансҡа бирелеп китеп ижад иткәндә был әйберҙәр һиҙемләү кимәлендә генә башта, күңелдә йәшәй.
Транс хәлендә тыуғанды һуңынан уҡып ҡараһаң, барыбер ҙә ниндәйҙер логика, эҙмә-эҙлеклелек һаҡланған булып сыға.
Яҙғандарымды береһенә лә уҡытмайым. Ул әле – минең серем. Ул әле әҙәм күҙенә күрһәтерлек тә түгел. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе биш-алты, ете ҡат күсереп яҙам, ҡат-ҡат төҙәтергә тура килә. Мәҫәлән, “Бәлә” повесын проза секцияһында тикшерткәс, Рәшит Солтангәрәй уҡығас, күпме “тунарға” тура килде: аҙаҡ, минеңсә, уның һөлдәһе генә тороп ҡалды. Ғөмүмән, ижад эше ғәләмәт инде, ҡайһы берҙә был әкәмәт эште, шөғөлдө яҡыныңа бирмәһен тип уйлайһың. Ижад – ғазап. Үҙҙәрендә ниндәйҙер һәләт тойғандар, үҙҙәрен ошо һөнәргә арнағандар бәхетһеҙ кешеләрҙер ул. Бәләкәй саҡта, йәшерәк ваҡытта “яҙыусы – шәп кеше”, “композитор – талант”, “артистар данға төрөнөп, сәхнәлә ялтырап ҡына тора” тип уйлайбыҙ. Татлы ижад емештәре ғазап эсендә тыуа, шул ғазаптың утында бешә емеш.
Татлы ғазап, рәхәтлектәр... Уныһы ла шул ижад тигәндең эсендә инде. Яҙыша-яҙыша үҙең дә аптырап, шәплегеңә, шуны яҙа алғаныңа һөйөнөп, кинәнеп ултыраһың. Уныһы ла бар. Әгәр ҙә яҙғандарың уҡыусыға оҡшаһа, халҡың хуплаһа – быныһы инде бөтөнләй башҡа ләззәт. Ләкин ошо бәхеткә – халыҡ мөхәббәтенә хәтле үлеп китергә, яҙғандарыңдан һуң хәлһерәп ятырға ла мөмкин бит әле. Әҙәбиәт – яза, уның хаҡы бик тә юғары. Шул хаҡ кимәленә күтәрелеү инде – бик тә, бик тә олуғ заттар, бик тә түҙемлеләр, сабырҙар, бик тә бешектәр, даланлылар өлөшө.
Яҙғандарҙы һуңынан берәйһенә уҡытыу... Бик тә уҡытыр инем, күҙ тейҙереп ҡуйһалар?.. (Көлә). Унан һуң, бының өсөн буш ҡына ултырған берәйһе бармы? Һәр кемдең – үҙ эше. Шуға яҙғандарыбыҙҙы тәүҙә редакция кешеләре, бик һәләтле заттар уҡып тикшерә, баһалай.