"Хәҙер инде рәсми булдырылған “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе Азияла иң ҙур газ һәм химия кластерҙарының береһе буласаҡ. Был беҙҙең иҡтисад өсөн йөҙәр миллиард, меңдәрсә эш урыны, беҙҙең үҫеш өсөн ҡеүәтле этәргес көсө", – тип яҙған Радий Хәбиров. “Алға” махсус иҡтисади биләмә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан. Килешеүгә ярашлы, бында тейешле инфраструктура булдырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 6 миллиард һум бүленә.