Тәбиғәтте һаҡлау министрлығының Йәмәғәт советы Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингын төҙөгән. Иң юғары баҫҡыста – Башҡортостан, Иркутск өлкәһе һәм Премь крайы. Рейтинг аҙағында Орел һәм Псков өлкәһе, шулай уҡ Севастополь.
“Экология” милли проекты сиктәрендә федераль кимәлдә “Урмандарҙы һаҡлау” проекты бойомға ашырыла. Унда Башҡортостан урман хужалығы министрлығы әүҙем ҡатнаша. Проекттың төп маҡсаты – күпме ағас ҡырҡһаң, шунса тергеҙ, ул 2019–2024 йылдарға иҫәпләнгән.
“Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына ярашлы, былтыр урман тергеҙеүгә һәм махсус техника һатып алыуға республикаға 198,2 миллион һум аҡса бүленгән, шуның 83 миллион һумы – ағас тергеҙеү сараларына, 115,2 миллион һумы матди-техник базаны яңыртыуға йүнәлтелгән. Урман тергеҙеү бурысын атҡарған дәүләт учреждениелары әлегә махсус техника һәм ҡорамал менән 30 процентҡа тәьмин ителгән.
Дөйөм алғанда, “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн биш йыл дауамында 2,2 миллиард һум сарыф итеү ҡаралған.