– Ҡабаттан саҡырыуҙарҙы бөтә ҡатнашыусыларға, шул иҫәптән Франция Президенты Эммануэль Макронға ла юллайбыҙ, – тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығының беренсе Европа департаменты директоры Алексей Парамонов.
Унан алда Эммануэль Макрон Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан 9 майҙа парадҡа килергә планлаштырғайны. Донъялағы санитар-эпидемиологик хәл арҡаһында мәртәбәле сара уҙғарылмай, бер аҙға кисектереп торолдо.