Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 18:05

1 июндән ҡурсаланыу тәртибе йомшартыласаҡ

#ҡороновирус

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция рәүешендә уҙған ултырышта коронавирус менән көрәшкә бәйле саралар хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, йәй башланыу менән әлеге ваҡытта ябыҡ булған барлыҡ предприятиелар эшләй башлаясаҡ, сөнки вирусҡа бәйле хәл тотороҡло килә һәм сирлеләр һанының кәмеүе көтөлә. Барыһын да ял көндәрендә хәл итәсәктәр.
29 майға оператив мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 3105 коронавирус инфекциялы кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә улар 84-кә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Бер тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә бөтәһе 8 572 яңы осраҡ раҫланған, 232 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлегенә илдә 8 264 кеше һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, хәҙер Рәсәйҙә 387 623 сирле иҫәпләнә, уларҙың 159 257-һе һауыҡҡан, 4 374-е вафат булған.
Читайте нас: