Ағиҙел
-5 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 23:02
"Йылдар буйы ҡулыма ҡәләм тотмаған саҡтар булды..."
#Ағиҙелжурналы #Әҙиптормошо
Мин бик күп уҡыйым һәм уҡыу – минең өсөн шул уҡ ижади процесс. Икенсенән, мин – ҡатын-ҡыҙ. Миңә яҙырға кәрәк булған өсөн ғаилә ағзалары ауыҙҙарын сөйгә элеп ултырһынмы? Юҡ. Ҡамырың әсеп ташып барғанда һин ижад менән булыша алмайһың. Минең һөнәрем бер ҡасан да ғаиләмдең кәйефен ебәреүгә иҫәп тотманы. Өс ир бала (ир ҙә шул уҡ бала бит инде ул) минең ҡулға ҡарап торҙо! Шуға күрә уларҙың тамағын, өҫтөн ҡайғыртыу – мөҡәддәс бурысым булды һәм шулай дауам итә әле лә.
Көн буйы ижад итеп ултырыу түгел,. Минең ижадтан тыш әүҙем йәмәғәт эштәрен алып барғанымды Өфөлә бик белеп бөтмәйҙәр. Ә бит суверенитет, демократик саралар, плюрализм өсөн көрәш бер баш ҡалала ғына барманы! Ул йылдарҙа мин Учалы ҡалаһында йәшәнем. «Йәшәнем» тип әйтеү бигүк дөрөҫлөккә тура ла килмәй: шағир әйтмешләй, «йәшнәнем дә, күкрәнем дә»! Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеүҙе индереү, үҙебеҙҙең милләт кешеләрен депутат итеп үткәреү, ҡала һәм районда беренсе тапҡыр саф башҡорт телендә гәзит сығарыу, яҙыусыларға алмаш әҙерләү, музыка училищеһында башҡорт фольклоры бүлеген асыу өсөн көрәш һәм унда эшләү өҫтөнә район гәзитендә мөхәррирурынбаҫары булыу, кистәрен ял көнө мәктәбен асып, ғәрәп графикаһын өйрәтеү, дин буйынса ҡулланма-әсбап сығарыу... Һәм ошо юҫыҡтағы мәғрифәтселек эше Сибайға күскәс тә дауам итте. Муниципаль телевидениела башҡорт редакцияһы астым. Мәктәптәрҙә ижади түңәрәктәргә етәкселек иттем. Телевидение аша халыҡҡа ғәрәп яҙмаһынан дәрестәр алып барҙым, башҡорттоң билдәле шәхестәренә арналған ижад һәм хәтер кисәләре үткәрҙем; үҙебеҙҙең 10 шәхескә бер ҡайҙан бер тин ярҙам алмайынса, таҡтаташ ҡуйҙырттым; уҡыусылар араһында ижади бәйгеләр ойошторҙом, ә бит мин Сибай төбәк Яҙыусылар ойошмаһын 1996 йылдың көҙөндә ҡабул итеп алғанда уның офисы ла юҡ ине!
Үҙ эшен ижад бейеклегенә күтәргән, иманына әүерелдергән шәхестәр иҫ китмәле күптәр. Улар эргәһенән тик һуҡыр ғына битараф үтер. Мин үтә алмайым. Улар хаҡында һөйләгем, уларҙы донъяға танытҡым килә! Тик шуныһы: публицистикала әүҙемлегем ижадыма ваҡыт ҡалдырмай. Ә, икенсе яҡтан, очерктар, уларҙың геройҙары, үҙемдең эске донъямды байыта, әҫәр геройҙары өсөн бер аккумулятор кеүек тә...
#Ағиҙелжурналы #Әҙиптормошо
«Тормошом устағы быяла кеүек» әңгәмәһенән.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?