Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары сираттағы пленар ултырышта Һайлау тураһында кодексҡа үҙгәрештәр менән закон проектын ҡарарға йыйына. Был документты яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһы ваҡытында әҙерләгәндәр. Республика биләмәһендә юғары әҙерлек йәки ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә булһа, һайлауҙы күсерергә мөмкин
«Пандемия шарттарында һайлау үткәреү граждандар һаулығына хәүеф менән янағанлыҡтан, бындай сараны кисектереү мөмкинлеге булырға тейеш. Коронавирусҡа бәйле хәлдең күпме дауам итерен белмәйбеҙ. Бынан тыш, ошондай хәл-ваҡиғаларҙың ҡабатланыуы ихтимал. Бөтә нәмәгә әҙер булырға кәрәк. Быйыл республикала урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлау, Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау була», — тине Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев.
Һайлау көнө күсерелгән осраҡта, ғәмәлдәге депутаттар яңы состав һайланғансы үҙ бурыстарын башҡара.