Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2020, 06:13

Рәсәй Президенты Мәскәү табиптарын ил төбәктәренә ебәрергә ҡушты

#ВладимирПутин

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәү мэры Сергей Собянин менән онлайн конференцияла осрашты. Ил башлығы Собянинға Мәскәү табиптарын ил төбәктәренә ебәрергә ҡушты. Дағстан, Төньяҡ Осетия, Ингушетия, Байкал аръяғы крайы, Владимир һәм Псков өлкәләренә медицина белгестәре кәрәк. Былай бойороҡ булғас, баш ҡалала моғайын, ыңғай үҙгәрештәр барҙыр.
Мәскәүҙә медицина ҡорамалдары ла, дарыуҙар ҙа артығы менән тупланған. Шуға ла был резервты бүтәндәр менән дә бүлешеү зарур. Вирусҡа ҡаршы көрәш ни тиклем һөҙөмтәлерәк, хәл дә шул тиклем тиҙерәк яйланасаҡ. Ҡурсаланыу тәртибе 14 июнгәсә оҙонайтылды.
#ВладимирПутин
Фото: https://russian.rt.com/
Читайте нас: