Видеоконференция режимында ойошторолған ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ил күләмендә рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны арта. Әле улар 1 миллион 900 мең самаһы кеше. Президент үҙ сығышында эшһеҙлек буйынса пособиены 1 октябргә тиклем оҙайтыу, килемдәре раҫламағандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособиены мең ярымдан 4 мең ярым һумға тиклем арттырыу мөһимлеген билдәләне.
Рәсәй Президенты шулай уҡ 1 марттан һуң эшмәкәрлектәрен туҡтатҡан шәхси эшҡыуарҙарға ла ярҙам күрһәтеү тәҡдимен хупланы. Уларға өс ай дауамында 12 130 һум күләмендә пособие түләү ҡарала. Бынан тыш, Владимир Путин бәлиғ булмаған балаларға ҡаралған өҫтәмә түләүҙәр мәсьәләһен дә күтәрҙе.