«Башҡортса уҡыйыҡ» тип аталған акцияға ярашлы, теләгәндәрҙең башҡортса баҫмаға яҙылып, аҡсалата бүләк отоу мөмкинлеге бар. Шарттары ябай. Гәзиткә йәки журналға һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың сәхифәләренә яҙылырға кәрәк. Йомғаҡ 2 июндә осраҡлы һандар генераторы ярҙамында яһала. Еңеүселәрҙе бүләктәр, 30 мең һум аҡса көтә.