Июль кистәренең береһендә бүре өйөрө тынғыһыҙланып урман эсендә разведчиктарының сигналын көтә ине. Улар өҫтөндә болот хәтлем яуыз серекәйҙәр зырылдап өйөрөлә. Бүреләр, уларҙан ҡотолоу эҙләп, башын шыршы ботағы энәләре, үлән араһына тығып, ҡарай, башын сайҡай.
Көньяҡ убалар яғынан олоу тауышы ишетелде. Олоуҙың һуңғы ноталары “табыш еҫен тоям” тигәнде аңлатып өҙөлөп-өҙөлөп китмәй. Тиҙҙән тайга өҫтөндә йәнә һағышлы олоу тауышы яңғыраны. Кәйефе күтәрелгән өйөр уға “Ишеттек, көт!” тип яуап биреп, төрлөсә өндәр сығарҙы.
Күҙенән бигерәк танауы менән “күреүсе” бүреләр, сылбыр булып теҙелеп, һәр еҫкә иғтибар итә-итә тауыш килгән яҡҡа табан йүгерҙе. Ауып ятҡан ағастар һәм соҡор-саҡырҙар аша еңел генә һикереп йүгергән бүреләр теләһә ниндәй яңы саҡырыуға, туҡталырға йә ҡапыл ташланырға булһынмы, әҙер ине.
Өйөр башында иң мөһабәт кәүҙәле һәм иң көслө бүре – Бабай бара. Уның бүтәндәрҙән айырылып тороуын көслө һырты, киң күкрәге, сал ингән ҡабырға йөнө үк күрһәтә.
Тәүҙәрәк һәүетемсә генә йүгереүсе бүреләр, ит еҫе яҡынлауҙы тойоу менән сабыуға күсте. Урмандың ҡалынлығы улар өсөн ҡамасау түгел, ҡойроҡтары ярҙамында теләһә ниндәй шырлыҡ, кәртәләрҙе еңел тә алалар.
Ҡаялар һөҙәгендә йоҡомһораған көмөрө танаулы мышы, бүреләр олоуын ишетеү менән һикереп торҙо ла торған урынында тапанырға тотондо. Ҡараңғылыҡта ялтырап киткән күп һанлы осҡондарҙы шәйләп алды һәм алыштан ҡотола алмаясағына төшөндө. Осаһы менән ҡаяға терәлеп баҫты һәм көслө мөгөҙҙәрен һуғышҡа әҙерләп, башын эйҙе.
Тәжрибәле бүреләр мышыны ярым түңәрәк яһап уратып алды. Артабанғы хәрәкәттәр ғәҙәтләнелгән сценарий менән барырға тейеш: өйөр башлығы ҡорбанының боғаҙынан алыу ҡурҡынысы яһап ҡаршыһына баҫа, ә ҡалған бүреләр ҡабырғанан ташлана һәм мышының артҡы аяғының һеңерен сәйнәп өҙә. Әммә йүгереүҙән тотош булмышы ҡыҙып алған һәм ҡан көҫәүҙән тулҡынланған өйөр башлығы хата ебәрҙе: үгеҙҙең өҫтөнә ҡапыл барып ташланды һәм мышы уның күкрәген ярғансы тибеп тә ебәрҙе. Уның ҡарауы ҡабырғанан ташланған бүреләр юғалып ҡалманы, йәшен тиҙлегендә аяҡтан яҙҙырып өлгөрҙө һәм мышы ергә сүгәләп тә төштө. Өйөр башының күптәнге көндәше Ҡыйыу, тегеһенең хатаһынан файҙалана һалып, мышының боғаҙына барып йәбеште, мышы тояҡтары менән тибенеүҙән туҡтағансыға тиклем ысҡындырманы, шунан тау хәтлем йәнлектең арҡаһына үрләп менде. Күҙ ҡырыйы менән генә Бабайға күҙ һалыуы етте, уның инде йәшәрлеге ҡалмағанына төшөндө. Ҡыйыуҙың сәғәте лә һуҡты! Бынан кире өйөр башында ул торасаҡ. Ул ҡиәфәтенә лә шул шатлығын сығарырға онотманы.
Ҡыйыу характерлы, көслө Ҡыйыу Бабайҙы алыштырырға хаҡлы ине. Ул хатта ҡыуалап барған ҡорбаны йүгергәндә, тере килеш итен умырып алғаны бар. Өйөрҙәге нәҫелдәштәрен ойоштороу, буйһондороу һәләте лә юҡ түгел.
Өйөрҙөң яңы хужаһы Бабай индергән ғәҙеллек ҡағиҙәләренә төкөрөп ҡараны. “Нимә теләһәм, шул минеңсә буласаҡ,” – тигән үҙ ихтиярын алға һөрҙө. Өйөргә Ҡыйыуға буйһоноуҙан башҡа сара ҡалманы. Ҡыйыу власынан ләззәт таба, рәхәтлек кисерә ине.
Өйөрҙөң уға буйһоноуының сәбәбе лә юҡ түгел.Ул хужа булған тәүге йылдарҙа өйөр туҡ булды. Үҙәндә боландар етерлек, көн һайын тиерлек береһен боғаҙлар булдылар. Бындай иркенлек Ҡыйыуҙың баһаһын арттыра төштө, ул үҙ тирәһенә ҡуштандарҙы эйәләтте һәм өйөрҙөң эсендә йәнә бер бәләкәй төркөм барлыҡҡа килде.
Власть тойғоһо, өҫтөнлөк ләззәте өйөр башлығын деспот дәрәжәһенә еткерҙе. Ҡорбан артынан телен һәлендереп рядовой бүреләр ҡыуалауын талап итте, ә үҙе һәм эйәрсәндәре ҡорбан ҡолатылып, йылы ҡаны дымланып аға башлағас ҡына йәшеренгән урынынан килеп сығыр булды, тәүҙәрәк ҡорбанды йығып һалыусыларҙың ауыҙынан талап алыр булдылар, торараҡ тегеләр табышты йыҡҡас, үҙ ихтияры менән ситкә китеп,ризыҡ янына яҡын килер өсөн сират еткәнен көтөп ултырырға ғәҙәтләнде. Ҡай саҡта, ҡыуалаған януар еңел генә ауҙарырлыҡ булһа, Ҡыйыу үҙе лә, ярандары ла, тән яҙыу, ҡыҙыҡ өсөн, һунарға ҡушыла.
Тамаҡтары туҡ булғас, бүреләрҙең йөнө ялтырашып китте, ай яҡтыһында көмөш төҫкә инә. Йоморо баш Ҡыйыуҙың етәкселегендәге һәр һунар уңыш ҡаҙана, сөнки уның ысулдары үтә лә аяуһыҙлығы менән айырыла. Бындай ысулдарҙың еңел табыш килтереүенә күнеккән бүреләр, ғәҙәти ҡағиҙәләрҙән баш тартып, Ҡыйыу кеүек аяуһыҙ булыуҙы үҙләштерә башланы.
Варлаамовка ауылының һунарсылары ла йыш ҡына урманда ашап бөтөлмәгән, кимереп кенә ташланған быҙауҙар осрата башланы. Бер көндө бүреләр талап үлтергән айыу балаһын тап иттеләр. Балаһының мәйете янында ҡайғынан башын йеп хәсрәтләнгән инә айыу ултыра. Башын бер былай, бер тегеләй сайҡай, бисара. Шыңшып ҡуя. Кешеләр күңеленән бүреләрҙе әрләп ҡуйҙы.
Өйөр Үҙәндә үҙен хужаларса тотто, ауыл тирәһенә яҡын килергә лә тартынманылар, йорт боландары, ҡурҡышынан йорттар тирәһенә һыйынырға тырышты.
Ауылдың йорт боландары ауылды уратып алған ҡойма тирәһендә ята ине. Йоҡлап китергә лә өлгөрмәнеләр, араларындағы үгеҙ болан бышҡырырға кереште. Ҡурҡышҡан боландар урындарынан һикерешеп тороп, бер-береһенә һыйыныштылар. Береһе тик торғандан көсөнеп тороп һауаны типкесләй башланы. Боландар ҡараңғылыҡҡа текләп-текләп ҡараһалар ҙа һис ниндәй ҡурҡыныс барлығы һиҙелмәне. Шул ваҡытта мөгөҙлө болан үрә һикереп китте һәм ергә ауып үлән өҫтөндә тәгәрләй башланы. Һауаға үлем еҫе таралды.
Һоро мәлғүндәр ян-яҡлап урман эсенән берәм-берәм килеп сығып, былар өҫтөнә ташланды Боландар араһында буталыш китте, берәм-берәм боғаҙланып, тәгәрәшеп киттеләр. Ун минут тирәһе генә ваҡыт эсендә бер генә тере болан да ҡалманы. Эттәр өрөүенән уянып йүгерешеп килеп сыҡҡан ир-ат хайран булды: тотош көтөү ҡыйралып ята.
Иртәнсәген ҡанға буялған үләндәрҙе, һәләк булған боландарҙы күреп ғәм халыҡ аптырашта ҡалды.
– Был бүреләр һынындағы пәрейҙең генә ҡыялҡыһы, уға ауыҙлыҡ кейҙерергә ваҡыт, – тип һөйләнде ауылдың старостаһы.
Колода фамилиялы бер һунарсы бүре өйөрөнөң ҡыланыштарын бөгөнгө хәлгә тиклем үк ентекле күҙәтеп йөрөгәйне һәм уларҙың башлыҡтарының үтә лә йәнһеҙ, аяуһыҙ йыртҡыс булыуына төшөнгәйне. Нәҡ өйөр башлығын аңдып эләктереп юҡ иткәндә, ҡалғандары өсөн һабаҡ булыр ине, тип уйлағаны ла булды. Ул бүре эҙҙәре буйлап күп йөрөп ҡараны, әммә йоморо башлы хәйләкәр өйөр башы һәр ваҡыт хәүеф килерен алдан һиҙҙе һәм гел берәр ергә боҫоп ҡалыр булды.
Ҡыйыу иһә үҙе лә һунарсыны йыш күҙәтте. Колода был хаҡта белә ине, хатта бер нисә тапҡыр уларҙың ҡараштары осрашты. Әммә һунарсы мылтығын төҙәп маташҡан арала бүре юҡ була ла ҡуя.
Ҡанэскес йыртҡыс өйөрҙөң ҡыланыштары һунарсының һарыуын ҡайнатты һәм ул быларҙан ҡотолоу планын ҡорған төркөмгә ҙур теләк менән барып ҡушылды.
Һунарсылар башта урман араларын ҡыҙырып, бүреләрҙең ҡайһы тирәләрәк йыш булыуы хаҡында мәғлүмәт йыйҙы һәм төрлө урындарға таралышып аңдырға булды.
Колода менән ҡустыһы Матвейға бер яғында япраҡлы ағастар, икенсе ярында кедр ағастары үҫкән шишмә тирәһе эләкте. Улар кедр энәләре менән ыуынып, ҡыуаҡлыҡ араһына барып ултырҙы. Баш осонан ғына өкө осоп үтте, боландар һыулауға төштө, тауыш сығарып мышнай-мышнай бурһыҡ тауға үрләп бара. Бүреләрҙең эҙе лә юҡ. Ә улар ошо тирәлә генә бит ул, засадаларҙы урап үтеп, урман ҡыҙыралар.
Төн урталарында Колода үҙенә кемдеңдер текләп тороуын һиҙгәндәй булды, әммә ҡараңғылыҡ эсенән уны күҙәткән Ҡыйыуҙың үҙен барыбер күрә алманы. Бүре уны байтаҡтан бирле эҙәрлекләгән һунарсыға текләп торҙо-торҙо ла өйөрөн тау араларына эйәртеп алып китте.
Артабанғы аңдыуҙар ҙа һөҙөмтә бирмәне. Үҙатҡыстар ҡороп ҡаранылар. Уныһы бер бүрене генә үтәләй тишеп ауҙарған. Дөрөҫөрәге, ул уҡ ҡаҙалғас, тәүҙә байтаҡ ара йүгереп барған әле, теше менән уҡты тартып сығарырға маташҡан. Уның кәүҙәһен һунарсылар ҡарғалар ҡарҡылдаған тауыштан барып тапты. Тиреһен тунап торманылар, килеп тороп һаҫыҡ еҫ килә.
– Яңы ғына боғаҙлаған ит ашап йәшәйҙәр, ә еҫтәре һаҫыҡ, – тип аптыраны Матвей.
– Иблис ярандары бит! Шуға ла һаҫыҡ, – тип аңлатты ҡартыраҡ һунарсыларҙың береһе.
Бер бүреләренең һәләкәтенән һуң өйөр, һыуға батҡан кеүек, юҡ булды. Уларҙы онота башлаған ауыл кешеләре бер нисә айҙан йәнә ҡурҡыныс күренешкә хайран ҡалды. Әллә нисәмә боланды йығып киткәндәр, ҡайһы берҙәрен ҡабып та ҡарамағандар. Һунарсылар йәнә ҡамауға сыҡты һәм йәнә уңышҡа өлгәшә алманы. Ҡыйыу алдағыларынан һабаҡ алғайны инде, ниндәйҙер йыртҡыслыҡ аңы менән ҡамауҙарҙы урап үтә лә китә.
Башының йоморо икәнлеге көтөлмәгән, уйламаған ерҙә асыҡлана торҙо. Ул, мәҫәлән, бүреләргә ҡаҙалырға яратҡан урман бөрсәләренән ҡотолоу юлын уйлап тапты.
Бер заман йылға аша йөҙөп сығып барһа, теге йөҙәрләгән ҡанэскес хәшәрәттәрҙең һыуҙан ҡасып танауы янына йыйылғанын шәйләне. Ҡыйыу ярға сыҡты ла тешенә ағас ботағы тешләп һыуға кире инде, бөрсәләрҙең ағас ҡайырыһына күсенешеүен көтөп кенә барҙы ла, ағасты тешенән ысҡындырҙы ла ебәрҙе...
Ҡыш көнө бүреләр боландарҙы эҙләп, тирә яҡтағы тау араларын ҡыҙырып сыҡты, һис эҙҙәренә төшә алманылар, осратҡанда тегеләре сослоҡ менән быларҙы абайлап алалар ҙа, елдереп ҡасалар ҙа китәләр. Аяҡтары оҙон, ҡарҙан йүгереү улар өсөн бер ни түгел. Яҙғы ҡаты ҡар булһа бүреләр ҙә шәп йүгерер ине лә.
Ҡыйыуҙың эске инстинкты йәнә бер асышҡа этәрҙе. Боландар бүреләрҙе еҫенән танып, ҡасып ҡотола икән. Шуға ла ул һунар алдынан оҙаҡ итеп ҡарҙа борҫаланып таҙарыныр, шунан боландар ярау иткән ерҙә аунап алыр булды. Унан күрмәксе өйөрҙөң бүтән ағзалары ла шулай итте һәм был ябай процедура уларға боландар янына яҡын барып аңдыу мөмөкинлеген бирҙе. Шул рәүешле яңыраҡ бер йәш, бер ҡарт боланды ауҙарып һыйландылар һәм ял итергә яттылар. Нәҡ шул ваҡыт өйөр янына һунарсылар яҡынланы. Тамағы туҡ бүреләрҙең ҡасыу тиҙлеге бик шәп түгел ине, шунан файҙаланып, Колода берәүһен атып та йыҡты, ҡалғандары ҡоҫоп, ҡорһаҡтарын бушата башланы һәм артабан еңел һәм шәп йүгереүгә күсте. Колода йәнә атып ебәрҙе һәм пуля барып тейгән йыртҡыс кирегә боролдо, тештәрен ыржайтып уларҙы эҙәрлекләүселәрҙең ҡаршыһына килә башланы. Ҡалғандары артабан йүгерҙе һәм тау мәмерйәһенә барып тулды. Ә ул мәмерйәгә кешеләр аяҡ баҫмай, ен ояһы шунда, тип ышана.
Өйөрҙөң холоҡ-фиғелен ныҡлап өйрәнеп алған Колода уларҙың башлығының ысынлап та ен ботағы икәнлегенә инана барҙы. Раббы бар ҡылмағандыр, ул булһа был йыртҡысҡа ғәмһеҙлек, ошондай ҙа яуызлыҡ һәм таҫыллыҡ бүләк итеп тормаҫ ине.
Ҡыйыу ҙа тик йөрөмәй ул. Ул да Колоданың ниндәй һунарсы булыуын яҡшы белә. Асылда Ҡыйыу күҙенә текләгән кеше лә, йәнлек тә уның ҡарашын күтәрә алмай, ә был! Был ҡурҡмай,күҙенән осҡондар һибелеп киткәндәй. Ҡыйыуҙың асыуын ҡабарта һунарсының ҡыйыулығы, шул уҡ ваҡытта уның менән осрашҡыһы, көс һынашҡыһы килеү теләге лә юҡ түгел.
Туранан-тура алышҡа тәүәкәллеге етеп үк бөтмәгән Ҡыйыу, үҙенең унан өҫтөнөрәк икәнлеген танытыу маҡсатынан, Колоданың ҡулға эйәләштерелгән дуҫы һеләүһененең башына етергә ҡарар итте. Колода яралы һеләүһенде бала ғына сағында урмандан табып өйөнә алып ҡайтҡайны. Хәҙер ул үҫте һәм һунарсының тоғро дуҫына эүерелде. Бүреләр һунарсының был йылғыр бесәйенә күптән теш ҡайрай. Тик эләктерә генә алмай, сөнки һеләүһен урманға китеп, шунда төнәргә ҡалған сағында ла ағас башына менеп ятып йоҡлай. Ныҡ һиҙгер. Әммә ҡулайлы ваҡыт килеп сыҡты.
Аҙымдарының үҙгәреүенә ҡарап, бүреләр Уҫалдың (Колода һеләүһененә шундай исем ҡушҡайны) яралы икәнлегенә төшөндө. Шулай булып сыҡты ла. Тау һөҙәгендә осраны, сатанлап атлай. Бынан файҙаланмау йүләрлек булыр ине, өйөр башы менән уның яҡын ярандары һеләүһенде ҡыуаларға төштө. Уҫал тау һыртына табан йүгерҙе. Ауырлыҡ менән йүгерә, хатта эләгеп тәгәрәп тә китте. Баҫтырып килеүселәр уны эләктереп алырҙарына шикләнмәне, тиҙлеген арттыра бирҙе, ә бесәй һикереп торҙо ла тар ғына тау ярығына йомолдо. Ә ул тирәлә ҡулына күҫәк тотҡан Колода засадала тора ине. Тауҙың сигенән упҡын башлана. Колода һеләүһенен үткәреп ебәрҙе лә боролоштан килеп сыҡҡан бүреләрҙе күҫәге менән берәм-берәм упҡынға һуҡты ла төшөрҙө.
Һунарсының планы һеләүһен дуҫы арҡаһында тормошҡа ашты. Дуҫына ярҙам итә алыуына ғорурланған һеләүһен Колода янына килеп һырпаланырға тотондо. Ә упҡын соҡоронда таштарға бәрелеп ҡанға туҙышҡан бүреләр ята ине. Әммә был тарихтың иң ғәжәп яғы шунда ине: Ҡыйыу, ниндәйҙер эске һиҙемләүе менән хәүеф барлығын самалап, тау аҫтында тороп ҡалғайны. Шатлыҡтан балҡып торған Колоданы, иҫән-имен һеләүһендең тауҙан төшөүен ул күҙәтеп торҙо, улар алыҫлашҡас, үргә үрләп, упҡын төбөнә күҙ һалды. Тоғро ярандары ҡан эсендә ята.
Ярандарынан яҙыу Ҡыйыуҙы тетрәндерҙе. Ялан ситендә ял итеп ятҡан өйөрө янына ул икенсе көнөндә генә әйләнеп килде. Бүреләр төрлөһө-төрлө ҡиәфәткә инеп, йоҡлап ята. Ҡыйыу килеп еткәс, ҡайһы берҙәре ғәҙәттәренсә һикереп тора һалды, әммә ҡараштарында ҡәҙимге тоғролоҡ юҡ кеүек күренде Ҡыйыуға. Бәғзеләре хатта шелтәләп текләгән кеүек. Ул юҡлыҡтан файҙаланып, өйөр эсендәге власты Киң Маңлайлы бүре ҡулына алғайны инде. Ҡыйыуҙың янында ярандары ла юҡлыҡты күргән яңы башлыҡ ҡыйыуланып китте.
– Алышабыҙмы? Мин әҙер? – тигәнде аңлата ине Киң Маңлайҙың ҡиәфәте.
Ҡыйыу был самозванецты урынына ултыртырға тейешлеген аңлай. Әммә һуңғы йылдарҙағы байрамса йәшәүе, һунар сәмен, йылғырлығын, көс-ҡеүәтенән яҙҙырғайны инде. Әммә власты көрәшһеҙ тапшырғыһы килмәне.
Башын эйеберәк ҡырын һалып алған Киң Маңлай башлыҡтың һәр хәрәкәтен күҙҙән ысҡындырмай күҙәтте. Ауыҙын ярым асып алыуы ла уның еңелергә йыйынмауы хаҡында һөйләй. Ҡаны ҡыҙған Ҡыйыу уның өҫтөнә ташланды. Көрәшселәр тештәрен ыржайтып бер-береһенең ҡаршыһына баҫты. Өйөр иғтибар менән быларҙы күҙәтә.
Ап-аҡ аҙау тештәрен күрһәттеләр, елкә йөндәре үрә торҙо, танауҙары гармошка кеүек йыйырылды, ҡурҡыныс итеп олоп күрһәттеләр, әммә әлегә икеһенең береһе лә урынынан ҡуҙғалманы. Киң Маңлай артҡараҡ айшанды һәм Ҡыйыу уның өҫтөнә ырғып та өлгөрҙө. Шуны ғына көткән Киң Маңлай уңғараҡ тартылды ла көслө тәпәйҙәре менән Ҡыйыуҙы һуғып йыҡты, ажарланып өҫтөнә менеп ултырҙы һәм йән асыуы менән елкәһенә ҡаҙалып һелкетергә тотондо.
Ҡыйыу ысҡынып китте һәм башы менән ҡайын ағасына барып бәрелде лә ҡапыл шырлыҡ эсенә һикерҙе, шунан ҡаса башланы. Быға тиклем уның бер ҡасан да шул ҡәҙәрлем кәмһетелгәне булмағайны.
Өйөрҙөң урман өҫтөнә йәйелгән еҫе күптән инде артта ҡалды, ә Ҡыйыу йүгерҙе лә йүгерҙе. Ауыҙы ҡарайып күренгән мәмерйә янына барып етте. Был Үҙәндең сиге, бында бер ваҡытта ла кеше аяғы баҫҡаны юҡ.
Тора-бара Ҡыйыу өйөрҙән ҡыуылыу ғәрлегенә күнде һәм яңғыҙы, бирюк булып йәшәп китергә мәжбүр булды. Ҡайһы саҡта күңелен түҙеп торғоһоҙ һағыш биләне, әммә ул хәсрәтен тышҡа сығарып олоуҙан да тыйылды. Бындай саҡтарҙа һуҙылып ята ла моронон мүккә терәп шыңшый.
Шулай бер саҡ Үҙән буйлап боландар эҙәрлекләгән бүре өйөрө Ҡыйыуҙы тап итте. Бүреләр уға иғтибар ҙа итмәгәнгә һалышты. Хатта элекке әхирәте лә моронон бороп үтеп киткән булды. Ҡыйыу ғәрлегенән тештәрен шығырлатырға тотондо һәм бер тешенең эмале аҡтарылып төштө. Ғүмере буйы өҫтөнлөккә йөҙ тотҡан бүре өсөн бындай һалҡынлыҡ эс бошорғос хәсрәт ине. Әммә ни ҡылһын, түҙергә кәрәк. Бабайҙың әхирәте иҫенә төштө. Ул бит хужаһынан бер тотам ҡалмай торғайны, Бабай һәләк булғас та тәпәйе менән ҡосаҡлап оҙаҡ ҡына янында ятты.
Тыҫыллығын юғалтҡан Ҡыйыу ваҡ-төйәк менән туҡланырға мәжбүр булды. Хәбәр тоҡсайы ҡарғаның тауышына ҡолаҡ һалырға әүәҫләнде, ул һәр ваҡыт ҡалдыҡ-боҫтоҡ ризыҡ ятҡан тирәнең ҡайҙалығын аңдып ҡына йөрөй ҙә урман тултырып яр һала. Ҡыйыу ана шул ҡалдыҡ-боҫтоҡҡа ла риза ине хәҙер.
Бер ваҡыт еҫләнгән ит һоғоноп саҡ үлмәй ҡалды. Рәткә ингәс, үләкһә тирәһенә яҡын да юламаҫ булды, шунда уҡ уҡшыта башлай. Ғәйрәте самалы булыу сәбәпле йәнлекте сәғәттәр, хатта тәүлектәр буйы ҡарауылларға өйрәнде. Табышының артынан йөрөй ҙә йөрөй,ял итергә лә, тамағын туйҙырырға ла бирмәй, тегеһе тамам хәлдән тайғас ҡына бөтөнләй яҡын бара, ҡорбаны ҡурҡышынан һәм арыуҙан ҡыбырлай ҙа алмаҫлыҡ хәлгә килә. Ә Ҡыйыуға шул ғына кәрәк тә инде, ҡорбанына ташлана һала.
Йәй көнө ул ярайһы нығынып алды һәм ҡыш яҡынлашып килгән осорҙа һис кенә лә ас йөрөмәне тиерлек.
Ҡыйыу урман араһында серем итә ине. Ҡолағына ҡырсын шығырлаған, һыу сайпылған тауыштар сағылып китте. Башын күтәрһә, быуаҙ болан йылға аша сығып бара. Ҡыйыу дәртләнеп китте. Хәҙер дым күтәрелгән болан итен һоғонасаҡ.
Инә болан йылға аша сығып, яр буйында өҫтөндәге һыуҙы ағыҙыр өсөн туҡтап ҡалғас та бүре уның өҫтөнә һикерҙе һәм елкәһенә тештәрен батырып та өлгөрҙө. Көтөлмәгән хәлдән шаҡ ҡатҡан һыйыр, эсендәге ҡәҙерле йән эйәһен яҡлау маҡсатынан, ергә ауып китте һәм бүре ҡаҙалған арҡаһында аунарға кереште. Бүре уның аҫтынан саҡ һурылып сығып, йылға яғына шыуышты. Ә тетрәнеү кисергән һыйыр урман яғына ыңғайланы.
...Кешеләрҙе үләндәр менән дауалаусы атаһы Колоданан кәрәкле үләндәр йыйып килтереүен һорағайны. Ул тамырҙарын имгәтмәй генә үләндәр йыя башланы. Ҡапыл таныш ҡарашҡа барып юлыҡҡандай булды. Ҡыйыумы әллә? Ул аяғүрә баҫты һәм йылға ярының аҫтына күҙ төбәне. Йөнө ойошҡан, күрмәлекһеҙ генә бүрегә күҙе төштө. Һыңар күҙе йомоҡ. Ә береһе уның Ҡыйыуҙыҡы икәнен һөйләп тора.
– Бына был осрашыу! Һин әле тере икәнһең дә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Колода.
Кеше тауышы бүрене ҡурҡыуға һалды, ҡолаҡтарын ялына ҡыҫты һәм башы менән ҡырсын эсенә инеп китергә маташты. Ҡарашында ҡурҡыу, сараһыҙлыҡ, хәсрәт һыҙаттары сағылды. Тештәрен ыржайтырлыҡ та көсө ҡалмағайны. Күҙҙәре йәшкәҙәне. Әллә үҙен йәлләй, әллә данлыҡһыҙ үлемен аңлауҙан иламһырай ине бүре.
Һунарсы уға йәлләп ҡарап торҙо. Ҡыйыу уға текләүҙән туҡтап, ҡарашын йәшерҙе. Улар бер-береһен яҡшы аңланы. Колоданың ҡарашындағы йәлләү тойғоһон кинәнес, үс алыу тантанаһы алыштырҙы. Ҡыйыу быны ла шәйләмәй ҡалманы һәм һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә шыңшып ебәрҙе.
– Илама-илама! Ҡылған яуызлыҡтарыңдың язаһы был! – Колода ярҙан һикереп төштө лә Ҡыйыуҙың эргәһенә табан китте. Тегеһе йомарланды, ҡойроғон болғап алды.
– Ҡурҡма, – тип тыйҙы уны Колода. – Йығылғанды түпәләй торған ғәҙәтем юҡ.
Колода бүрегә яҡын уҡ килеп, уға табан эйелде. Ҡарашы быяла кеүек. Йән биргән.
Атаһы ҡушҡан үләндәрҙе йыйып бөткәс, Колода ауылына ҡайтты һәм атаһына теге аяуһыҙ өйөр башлығының үлеп ятыуы хаҡында һөйләне.
– Кешеләрҙең яҙмышы ла шундай, – тип ҡуйҙы атаһы. – Ҡылғандары өсөн ҡасан да булһа яуап тотасаҡ.
Руссанан башҡортсаға Тамара Ғәниева