Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 05:58

Пандемиянан һуң Конституцияға өҫтәмә төҙәтмәләр булырмы?

#ВладимирПутин #Конституция

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков дауахананан йүнәлеп сыҡты. Журналистар унан, Конституцияға индерелгән төҙәтмәләргә өҫтәмә булмаҫмы, тип һораған. Тауыш биреү көнөн алмаштырыуға күп ваҡыт үтте, бәлки, төҙәтмәләр ҙә иҫкергәндер, тип белешкән ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре. Кремлдә ниндәйҙер үҙгәреш индерергә йыйынмайҙар.
Тауыш биреү көнө әлегә билдәле түгел. Коронавирус сире үткәс тә, һайлау участкалары асыласаҡ. Еңеү парады менән бер көндә, 24 июндә, булыр тип фараз итәләр. Барыһы ла коронавирус эпидемияһына бәйле.
#ВладимирПутин #Конституция
Читайте нас: