Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 13:55

Мәскәүҙә бесәйҙә коронавирус табылған

#ҡороновирус

Мәскәүҙә биш йәшлек бесәйҙән коронавирусҡа тест алынған һәм ул ыңғай һөҙөмтә күрһәткән — бесәйҙе хужаның өйөнә карантинға урынлаштырғандар, тип хәбәр итте «Интерфакс».
«18 майҙа Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ҡарамағындағы үҙәккә биш йәшлек бесәйҙең хужаһы уны яңы коронавирус инфекцияһына тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Бесәйҙе алдан Мәскәү клиникаларының береһендә ветеринар ҡараған», — тип хәбәр итте Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Николай Власов.
Бесәйҙе хужаның йәшәгән урыны буйынса карантинға ебәргәндәр. Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттә билдәләүҙәренсә, әлегә коронавирус йорт хайуандарынан кешегә йоҡмай.
#ҡороновирус
Читайте нас: