Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 20:06

ҠӘЛӘМДӘШТӘРҘЕ ҺАҒЫНҒАНДА... Мостай Кәрим һәм мин 

Мостай Кәрим: "Етер һиңә һәнәк булып йөрөргә, көрәк булырға ваҡыт".

Был яҙманың исемен күреүгә, уҡыусы, әлбиттә, туҡта, туҡта, кем үҙен бөйөк әҙип менән йәнәшә ҡуя икән, тип, ҡыҙыҡһыныуҙан тыйыла алмаясаҡ. Һәм минең иҫәп тә нәҡ ана шуға ҡоролған: уҡыусының иғтибарын йәлеп итеү өсөн кескәй генә хәйлә был. Ә ысын маҡсатым – “мин” хаҡында түгел, ә Мостай Кәримдең кешелекле һәм кеселекле булыуы хаҡында һөйләү.
Был мәшһүр шәхес бер саҡ ярым шаяртып, ярым етди итеп, шағирҙы маҡтап торорға кәрәк уны, тигәйне. Мостай Кәрим шәхсән маҡтауға мохтаж булмаһа ла, уға ҡарата булған тойғоларымды әйтмәй булдыра алмайым.
Уттар-һыуҙар кискән, үҙ ғүмерендә бихисап йән һәм тән яралары алған, ғәйәт талантлы был әҙип кешеләргә ифрат иғтибарлы һәм ихтирамлы булды. Олоһо менән дә, кесеһе менән дә улар кимәлендәге баҫҡысҡа баҫып һөйләште, кешеләр ҡайғыһын һәм кешеләр шатлығын үҙенеке итте. Юғары даирәләр, прокурорҙар хәл итә алмаған йәки хәл итергә теләмәгән мәсьәләләр буйынса ярҙам һорап, заманында ябай кешеләрҙән Мостай Кәримгә килгән иҫәпһеҙ-һанһыҙ хаттар тап ана шул хаҡта һөйләй. Белеүемсә, шағир уларға ҡулынан килгәнсә ғәмәли ярҙам да, рухи ярҙам да күрһәтергә тырышты. Бәләгә тарыған, ғәҙеллек тапмаған, инде тамам өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләрҙең иң һуңғы сиктә был оло шағирға мөрәжәғәт итеүҙәре юҡҡа ғына түгел. Тимәк, Мостай Кәрим – уларҙың һуңғы ышанысы булған, тимәк, улар уның кешелеклелегенә инанған, тимәк, халыҡ араһында уның был сифаты хаҡында хәбәрҙәр таралған булған.
Мостай Кәрим бигерәк тә әҙәбиәт-сәнғәт кешеләренә иғтибарлы ине.
1982 йыл... Береһе – башҡорт, икенсеһе рус телендә сыҡҡан йоҡа ғына китаптар эйәһемен. Өсөнсөһө сығып ҡына килә. “Һәнәк” журналында эшләп йөрөгән саҡ. Мостай аға Кәрим матбуғат йортона килгән бер мәлендә һис тә көтмәгәндә: “Һаумы, Тимершин. Етер һиңә һәнәк булып йөрөргә, көрәк булырға ваҡыт, – тине. – Документтарыңды әҙерлә, Яҙыусылар берлегенә алырбыҙ”.
Шул уҡ йылды мине башта – Башҡортостан, унан СССР Яҙыусылар берлегенә ҡабул иттеләр. Мостай Кәрим ул йылдарҙа Яҙыусылар берлегенең яңы ағзаларҙы ҡабул итеү комиссияһы рәйесе ине. Фекер алышыуҙа минең кескәй генә ижадыма ҡарата ихлас күңелдән йылы һүҙҙәр әйтте, идара ағзаларына, Тимершинды ҡабул итергә кәрәк, тигән фекерҙе “төрттө”. Идара ағзалары, әлбиттә, быға тиҙ төшөндө, ҡаршы килеүҙәр, бәхәсләшеүҙәр булманы, бер тауыштан килештеләр.
Әлбиттә, мин алдағы ғүмерем дауамында Мостай Кәримдең был изгелеген яҡшылыҡ менән ҡайтарырға, йәғни уның ышанысын аҡларға – һәләтемдән килгәнсә, һәйбәтерәк яҙырға тырыштым. Ижадым хаҡында тәнҡитселәрҙән дә, ябай уҡыусыларҙан да гелән ыңғай фекерҙәр генә ишеттем... Мостай аға серле әҙәбиәт донъяһына юл тотҡан мәлемдә фатиха биреүсе генә түгел, ул минең маяғым да, рухи таянысым да булды. Әммә быны һис тә Мостай Кәрим хаҡында һөйләгәндә... мотлаҡ үҙемдең исемемде ҡыҫтырып ҡалыу өсөн иҫкә алмайым. Хикмәт – был ҙур оҫтаздың изгелеге тейгән йөҙәрләгән шәкерте булыуҙа. Күпме ҡәләм эйәһе уның фатихаһы менән ҙур әҙәбиәт майҙанына сыҡты! Заманында ул кесе һәм оло ҡәләмдәштәре тураһында матбуғатта йылы һүҙҙәр әйтте һәм уларҙы дәртләндереп торҙо, иғтибарға лайыҡ шәхестәр тормошондағы фәһемле миҙгелдәрҙе таҫуирлаған тулы бер иҫтәлектәр китабы яҙҙы. Әҙәбиәттең киләсәге, тимәк, киләсәктең рухи сафлығы өсөн янған оло йөрәкле, киң күңелле кеше генә эшләй ала быларҙы!
Ғүмер үтеп бара... Кисерҙем мин
Яҡшыһын да, яманын да...
Әммә шуныһы бәхет: йәшәп ҡалдым
Мостай Кәрим заманында.
Был заманда күптәр бөйөк булды.
Тик Ул – бөйөктәрҙән бейек булды!
Читайте нас: