Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 19:29

Айырылышыу

Айырылыштыҡ. Ҡатын китте. Йоҡо бүлмәһендә йәшәй. Мин аҫылынырға бау әҙерләп ҡуйҙым. Бына әйберҙәрҙе бүлешеп бөтөрәбеҙ ҙә тәүәкәлләйем. Суд бүлешкән өсөн дә аҡса ала, ти. Судһыҙ ғына бүләбеҙ әйберҙәрҙе. Ҡатынға – диван, миңә – карауат, ҡатынға – телевизор, миңә – радиоалғыс. Сөй-сүкеш миңә, энә-еп – ҡатынға. Сәйнүк мәсьәләһендә бәхәс ҡупты. Ни өсөн тигәндә, икебеҙҙең дә сәй эсәһе килә.

Айырылыштыҡ. Ҡатын китте. Йоҡо бүлмәһендә йәшәй. Мин аҫылынырға бау әҙерләп ҡуйҙым. Бына әйберҙәрҙе бүлешеп бөтөрәбеҙ ҙә тәүәкәлләйем. Суд бүлешкән өсөн дә аҡса ала, ти. Судһыҙ ғына бүләбеҙ әйберҙәрҙе. Ҡатынға – диван, миңә – карауат, ҡатынға – телевизор, миңә – радиоалғыс. Сөй-сүкеш миңә, энә-еп – ҡатынға. Сәйнүк мәсьәләһендә бәхәс ҡупты. Ни өсөн тигәндә, икебеҙҙең дә сәй эсәһе килә. Ә сәйнүк бер бөртөк. Ҡулымдан эш килә минең: уныһын да бүлдем. Уртаһынан ярып, ямап, бер яғына моронон, икенсе яғына тотҡаһын ҡуйҙым.
Бысаҡты икегә бүлдем. Сүместе лә. Коридорҙы бүлдем, кухняны бүлдем. Ванна ғына яйһыҙыраҡ килеп сыҡты, бүлгәс, ҡайнар һыу ҡатын яғына ҡалды.
Һыуҙы ваннаға плитала йылытып ҡоям. Ҡатын, киреһенсә, кухнянан һалҡын һыу ташый. Бүлешеүҙең әле тағын бер сетерекле яғын әйтмәгәнмен икән.
Ҡатын минең һәр эшкә аяҡ салып тора. Бысаҡтың үткер өлөшөн үҙенә алды. Газ плитаһының да ике комфоркаһы уға эләкте. Сәйнүктең дә морон яғы ҡатында. Хәйер, сәйнүгенә һапты бик хөрт ҡуйып бирҙем – оҙаҡҡа сыҙамаҫ.
Ниһайәт, бүлешеп бөтәбеҙ буғай. Түбәгә ырғаҡ тағып, бауҙы ҡатындың күҙ алдынараҡ бәйләп ҡуйҙым. Йәлләмәҫ микән тием, ит турағысты, бәлки, бөтөнләй үҙемә бирер тим. Юҡ, бауҙы күрмәгәнгә һалыша. Юғиһә элмәген дә яһап ҡуйҙым бит инде. Бүл, ти. Ит турағысын да, борос һауытын да бүл, ти. Тфү, бөтөнләй ҡырыҫланған. Уйлап-уйлап торҙом да бәҙрәфте бүлергә керештем. Ҡатын сығырынан сыҡты. Нервыһына һыйыша алмайынса, ике сынаяҡты иҙәнгә төшөрөп ватты. Өндәшмәнем. Ҡатын-ҡыҙ менән булышҡансы, кухня өҫтәлен бүләм лутсы тип, бысҡы үткерләргә ултырҙым.
Шулай үткерләп маташҡанда, ишектән кемдер инде. Боролоп ҡараһам, ишек төбөндә шахтала эшләүсе малайым Әсфәндиәр, уның янында йәш бала тотҡан һары сәсле, ҙур күҙле бер ханым баҫып тора. Бысҡыны ташлап, яндарына барҙым. Күрештек. Ҡатын инде әллә ҡасан былар ҡосағында. Балауыҙ һыға.
Ейәнебеҙ тыуған, имеш. Бик шатландыҡ. Үҙҙәре лә шат булды.
— Э-эй, атый, һин бигрәк инде, — тигән була малай, — ҡайҙан ишеттегеҙ беҙҙең бында торорға ҡайтасаҡты, кухняларҙы, коридорҙарҙы бүлеп ҡуйғанһың, — ти.
Ванна менән бәҙрәфте күргәс, эсен тотоп көлдө.
—Быларын һүтеп ташларбыҙ инде, атай, былары уртаҡ булыр, беҙгә бер бүлмә, ярты кухня еткән, — ти.
Әнфисә килен, түбәләге бауға төртөп күрһәтеп, шатланып ҡысҡырып ебәрҙе:
— Әсфәндиәрчик, ҡарале, ана атай Фердинандҡа сәңгелдәк элергә бау ҙа әҙерләп ҡуйған.
Ашап-эсеп, балалар мунсаға киткәс, ҡатын:
— Һауыт-һаба ватылһа, хәйерлегә, тиҙәр, дөрөҫ икән, — тип, иҙәндән сынаяҡ ватыҡтарын йыйып алды.
Мин уйлап-уйлап торҙом да кухня өҫтәлен теймәҫкә булдым. Йоҡо бүлмәһенә сығып, ҡатындың диванына һуҙылып яттым. Оҙаҡламай ҡатын минең янға инеп ултырҙы. Ҡулын маңлайыма ҡуйып:
— Ауырымайһыңдыр, атаһы? — тип һораны.
Ҡулы ҡайнар ине ҡатындың. Бынан егерме биш йыл электә шулай ҡайнар ине уның ҡулдары.
— Бына әбей менән бабай ҙа булдыҡ инде, — тине ҡатын һәм ҡайнар ҡулы менән йомшаҡ ҡына итеп пеләшемдән һыйпаны.
Читайте нас: