Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 06:05

"Агростартап" үҙ эшеңде асырға ярҙам итә

#нацпроекты

Республика фермерҙары ауыл хужалығы министрлығы аша "Агростартап" проектына үҙ тәҡдимдәрен индереп финанс ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.
Гранттар республика ҡаҙнаһынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға бирелә.
Ғаризалар 450008, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29. Документтарҙы Рәсәй почтаһы аша ебәрергә. Уларҙы тултырыу өлгөһө Ауыл хужалығы министрлығының сайтында бирелгән.
Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Үткән йыл проектта 115 кеше ҡатнашҡан. Быйыл 466 кешенән ғариза ҡабул ителгән.
Үҙ эшен башларға теләгән фермерҙарҙың ғаризаларын ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәренән тыш, ирекле белгестәр ҙә ҡарай. Төбәктә "Агростартап" проектын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 260 миллион, ә республиканан 6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
#нацпроекты
Читайте нас: