Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 11:10

Өйҙән сыҡмай тауыш бирергә мөмкин буласаҡ

#ВладимирПутин

Күптән түгел Конституцияға үҙгәрештәр индереү эше яңынан тергеҙелде. Әлегә сараның датаһы аныҡ билдәләнмәгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин интернет һәм почта аша тауыш биреү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Өйҙән тауыш биреүҙе үткәреү тураһындағы ҡарарҙы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡабул итәсәк.
«Илдә пандемия арҡаһында килеп сыҡҡан ҡатмарлы хәл булғанға күрә тауыш биреү кампанияһы туҡтатылып торҙо. Сөнки илдең Төп законына үҙгәрештәрҙең мөһим булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең граждандарҙың һаулығын һаҡлап ҡалыуҙан да мөһимерәк нәмә юҡ. Бөгөнгө көндә Конституцияға үҙгәрештәр индереү эше тергеҙелә башланы, мөмкинлек сыҡҡан осраҡта ғына тауыш биреү уҙғарыласаҡ,» — тине Владимир Путин.
Һайлаусыларҙың имзаларын дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында йыйыу мөмкинлеге буласаҡ. Әлеге мөһим ҡарарҙар киләһе һайлауҙарҙа ғына түгел, халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡа шундай мөһим сараларҙа эште күпкә еңеләйтер тип көтөлә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: