Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 13:06

Милли проект: Ҡыйғы районында яңы белем биреү усағы асылды

#нацпроекты

Ҡыйғы районы Ләүйылға ауылында Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшиндың исемен йөрөткән мәктәптең яңы бинаһы асылды. Ул балалар баҡсаһы менән бергә урынлашҡан.
Яңы белем усағы «Республиканың 100 йыллығына – 100 объект» һәм «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Элекке бинаһы 1967 йылда һалынған, хәҙерге талаптарға тура килмәгән була. Әлеге белем биреү комплексында заманса бөтә уңайлы шарттар ҙа бар. Мәктәп 80 уҡыусыға иҫәпләнһә, балалар баҡсаһы – 40 тәрбиәләнеүсегә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: