Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 12:45

Өфө янындағы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы сирлеләрҙе ҡабул итергә эҙер

#Ағиҙелжурналы

Өфө районында яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшө тамамланды. Белгестәр фекеренсә, ул кәмендә ярты быуат хеҙмәт итәсәк. Төҙөлөш эштәренең юғары тиҙлектә алып барылыуына ҡарамаҫтан сифат яғы аҡһамаған.
Дауахана бер юлы 470 пацентты ҡабул итә ала. Уларҙың һәр береһенә юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Бынан тыш, ауыр хәлдәге сирлеләр өсөн бокслы 100 палата һәм 18 реанимация ҡаралған.
Дауахананың бар бүлексәләре лә автономлы елләтеү системаһы менән йыһазландырылған. Бер ҡатлы корпустар ҡош осошо бейеклегенән ҡурай сәскәһен хәтерләтә. Биналарға килгәндә, ул йоҡа стеналы еңел тимер ҡоролмалар технологияһы буйынса күтәрелгән. Күләмле төҙөлөш ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа республиканың күп кенә предприятиеларын бөлгөнлөктән аралаған.
Тәүге пациенттар аҙна башында ҡабул итә башлар тип көтөлә. Ә уға тиклем бар ҡорамалдарҙы ла урынлаштырып бөтөү ҡаралған.
Читайте нас: