Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы «Ҡот осҡос әкиәт» исемле документаль фильм төшөрә башланы. Ул быйыл ғына «бөтөнләй йәшерен» грифы алынған үҙенсәлекле архив материалдарына нигеҙләнә.
«Донъяла һәр кеше тиерлек нацист Германияһының төп хәрби енәйәтселәре хөкөм ителгән Нюрнберг процесы хаҡында ишеткәне бар. Өфөлә лә һәр кем Черниковка, Инорс биҫтәләрен йәки Туймазы — Өфө газ торбаһын төҙөгән әсир немецтар тураһында хәбәрҙар. Ә бына 1947-1949 йылдарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында хәрби енәйәтселәргә үҙҙәренең судтары булыуы тураһында быға тиклем бик аҙҙар ғына белә ине», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына режиссер Айрат Зәйниев.
Картинала тәүге тапҡыр Ҡырымдың Аджимушкай ҡасабаһында тыныс халыҡты атыуҙа, Белоруссия ауылдарын яндырыуҙа ҡатнашҡандарҙың, абвер һәм гестапо хеҙмәткәрҙәренең тарихы яңғырай.
Бынан тыш, фильм авторҙары компьютер графикаһы һәм реконструкторҙар ярҙамында бөтәһенә лә таныш Черниковканың нисек төҙөлгәнен күрһәтергә теләй.
Айрат Зәйниев әйтеүенсә, быға Михаил Ромдың «Обыкновенный фашизм» документаль фильмы илһамландырған.
Фильмды Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндә — 2020 йылдың 3 сентябрендә күрһәтеү күҙаллана.