Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 16:42

30 градус эҫелек, йәшенле ямғырҙар

Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

Башҡортостанда яңы эш аҙнаһы йәйгесә эҫе булмаҡсы. Алдағы көндәрҙә Башгидрометүҙәк синоптиктары 30 градуслыҡ эҫелек, ҡойма ямғырҙар һәм йәшен вәғәҙәләй.
Бөгөн, 26 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында һауа +29 градусҡаса йылына. Ел төньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен көнсығышҡа үҙгәртеп талғын.
Шаршамбы, 27 майҙа, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һәм йәшен көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә термометр бағанаһы +9, +14, көндөҙ +31 градусҡа тиклем күтәрелә.
Кесаҙна, 28 майҙа, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Йәшенле ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә 12-17 градус йылы, көндөҙ +21, +26, көньяҡта +31 градусҡа тиклем.
Читайте нас в