Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей йыл аҙағына тиклем төҙөлөп бөтәсәк. Төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров танышты. Проект буйынса музей бинаһы өс ҡатлы буласаҡ, уның майҙаны – 4 мең квадрат метрҙан артыҡ. Унда бар донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенең уникаль һүрәттәре һаҡланасаҡ, фәнни-тикшеренеү үҙәге, фонд һаҡлағысы, археологик эскпонаттар музейы, төрлө форумдар үткәреү өсөн залдар урынлашасаҡ. Бинаны төҙөү өсөн 350 миллион һум аҡса бүленгән.