Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 16:52

Тауыш биреүгә әҙерлек дауам итә

...

Эпидемия ил Коституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе күҙәтеүселәрсе туплауҙы туҡтата алманы, бары бер ни тиклем үҙгәрештәр индерҙе.
Бөгөнгә илдең йәмәғәт палатаһы системаһына күҙәтеүсе итеп тәғәйенләү өсөн 100 меңдән ашыу кандидатура күрһәтелгән. Кисә Өфөлә эксперттар һәм йәмәғәтселәр ҡатнашлығында үткән онлайн-осрашыуҙа ошо асыҡ булды. Фекер алышыуҙа Рәсәй Президенты эргәһендәге граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет вәкилдәре,№“Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы, республика политологтары, эксперттар, йәмәғәтселәр һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина: "Республикала тауыш биреүҙәр барышын күҙәтеү өсөн 15 мең кеше кәрәк буласаҡ. Әлеге ваҡытта тейешле хеҙмәттәр күҙәтеүсе булырға теләүселәрҙән дистацион ғаризалар ҡабул итә. “Йәмәғәт палатаһы профсоюздар, йәш студент-сәйәсмәндәр лигаһы һәм башҡа 22 эре йәмәғәт берекмәләре менән килешеү төҙөгән. Күҙәтеүселәр булып йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән тыш, сәйәси фирҡәләр ҙә, үҙаллы физик шәхестәр ҙә була ала. Ғаризалар 27 марттан башлап ҡабул ителә. Уның формаһы https://op.bashkortostan.ru/сайтында бар”.
Читайте нас: