“Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Сипайлово биҫтәһен төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған. Яр буйы, Академик Королев, Юрий Гагарин, Баязит Бикбай урамдарында 15 торлаҡ йорт һәм 5 ихата яңыртыласаҡ. Программа буйынса 41 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
Төҙөкләндереү эштәрен Сипайлово торлаҡ-коммуналь хужалығы комплекслы атҡара. Улар барыһын да ваҡытында һәм сифатлы башҡарасаҡ.
Бөгөн “Юлсы” подряд ойошмаһы эш башлаған. Бурыстар теҙмәһе ваҡытынан алда планлаштырылған: милекселәр менән йыйылыштар үткәрелгән һәм ошо районда йәшәгәндәр менән дизайн-проект төҙөлгән һ.б.
Йорт ихаталарында уңайлы мөхит булдырыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” ярҙамында тормошҡа ашырыла.