1949 йылдың көҙөндә атайым менән әсәйем мине, туғыҙ айлыҡ малайҙы, беренсе тапҡыр алыҫ сәфәргә алып сыға. Юлыбыҙ – Кама аръяғындағы Сарапул ҡалаһына. Яңауыл станцияһында поезд көткәндә атайым, әсәйем менән мине вокзалда ҡалдырып, беҙгә ризыҡ алырға китә. Ул ваҡытта вокзал янында ышпаналар, кеҫә ҡараҡтары мыжғып торған. Шуларҙың береһе, ипләп кенә килеп, әсәйемдең кеҫәһенән аҡса янсығын тартып сығармаһынмы. Бур үҙ “эш”ен шул тиклем оҫта итеп башҡара, әсәйем һиҙмәй ҙә ҡала. Ә мин иһә, ҡараҡтың был шөғөлөн ҡыҙыҡ күреп, уға йылмайып ҡарап торғанмын...
Бер аҙҙан теге ҡараҡ кире урап килә. “Ғәфү ит мине, апа, – тип, аҡса янсығын әсәйемә ҡайтарып бирә ул. – Ихлас йылмайып торған был баланың ризығын киҫергә намыҫым етмәй”.
Был хәлде әсәйем йыш иҫкә ала ине. Шулай, беҙ бәләкәй саҡта кеҫә ҡараҡтары ла намыҫлыраҡ ине. Миллиондарҙы, миллиардтарҙы “ыһ” та итмәй йомоп ҡуйған бөгөнгө ҡомһоҙ бурҙарҙан айырмалы булараҡ!
“КҮҢЕЛЕГЕҘҘЕ ЙЫЛЫТҺЫН МИНЕҢ ЙЫЛМАЙЫУҘАРЫМ!”