Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 21:44

"Бөйрәкәй" романы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ

#Ағиҙелжурналы

Тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-пенталогияһы буйынса спектакль ҡуясаҡ. Был хаҡта "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.
Башдрамдың баш режиссеры Айрат Абушахманов белдереүенсә, роман буйынса бер спектакль генә түгел, ике, хатта мини спектаклдәр серияһы ҡуйырға була.
– Автор менән һөйләштек. Унда ғәжәп персонаждар, яҙмыштар, был беҙҙең башҡорттар тарихы, әҙәбиәте хаҡында әҙәби материал. Был яҙмыштарҙы башҡорт телендә сәхнәгә сығарырҙай актерҙар беҙҙең театрҙа ғына бар. Инсценировканы кем эшләүен әлегә хәл итмәгәнбеҙ. Романды тиҙҙән уҡый башларға планлаштырабыҙ һәм шунда бергә актер репликалары кәрәк буласағын ҡараясаҡбыҙ.
Читайте нас: