Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 19:30

Аллам һаҡлаһын...

...

Фажиғәле һәләк булған Өфө ҡыҙы Юлиә Хәбибуллинаның кәүҙәһен әле һаман Ғәрәп Әмирлектәренән сығара алмайҙар.
«22 майға Дубайҙан Рәсәйгә рейс бар. Ләкин консуллыҡтан документтарҙың әҙер булмауы сәбәпле, Юлиә был самолетҡа өлгөрмәй. Ә улар быны эшләй алмай, сөнки Дубай хоҡуҡ һаҡлау органдарының коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен алмайынса эште ябырға хоҡуғы юҡ», — тип ҡыҙҙың әхирәте Әлфиә Куманаеваның һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан ДТРК-һы.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән рейстың киләһе датаһы билдәһеҙ. Юлиәнең туғандары яндырыу вариантын ҡарамай – мосолман ҡанундары буйынса мәйет ерҙә ятырға тейеш. Ләкин ҡатмарлы хәл туғандарын фотографты Дубайҙа ерләү тураһында фекергә этәрә.
Бынан алда «Башинформ» Юлиә Хәбибуллинаның 15 майҙа һәләк булыуын хәбәр иткәйне. Ҡыҙ матур фото төшөрөргә теләгән, ләкин 10 метр бейеклектәге ҡаянан ҡолап төшкән.
Читайте нас: