Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 17:36

Сирлеләр һанын артҡандан-арта бара

///

21 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 2 424 осрағы асыҡланған. Тәүлек эсендә улар 89-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.
Әлеге ваҡытта республикала сирлеләр һаны — 1 643 кеше, һауыҡҡандар — 792, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (бөтә осорҙа 18 кеше).
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 84 төбәгендә 8 849 яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу асыҡланған. Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 317 554 сирле теркәлгән.
Шулай уҡ тәүлек эсендә 127 үлем осрағы теркәлгән. Ошо осорҙа Рәсәйҙә 3 099 кеше коронавирустан үлгән.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 7 289 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. Илдә һауыҡҡан пациенттар һаны 92 861-гә еткән.
Читайте нас: