Заманса ФАП-та халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Һыуытҡыстар, медицина ҡорамалдарын ҡоро дезинфекциялау өсөн махсус шкаф ҡайтарылған. Богородский ауылының фельдшер-акушер пунктында эске биҙәү эштәре тамамланған. Әлеге ваҡытта үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре йыһаздарҙы йыйыу, ҡорамалдалдарҙы урынлаштырыу менән мәшғүл. Был функциональ бина дүрт өлөштән тора.