Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 16:16

Мөкәрәмә Садыҡова: "Евтушенко мине ҡайыш менән һыҙырҙы"

#Ағиҙелжурналы #Әҙиптормошо

Ете йәшлек кенә сағымда әсәйһеҙ ҡалғанмын. Атайым, һуғыш башланғас, тәүҙә Өфөләге моторҙар эшләү заводында хеҙмәт иткән, шунан фронтҡа киткән дә ҡайтмаған, «Хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡағыҙ ғына килгән. Һуғыш тамамланған көндө Ғилемзада апайым мине үҙҙәренә алып ҡайтҡан. Унынсы класты бөткәнсе уҡытам, тип вәғәҙә итте. Бер ваҡыт апайҙың ире һуғыштан ҡайтып төштө. Үҙемде артыҡ тип тоя башланым. Туғандарымдың мине уҡытырға, кейендерергә матди мөмкинлектәре юҡ ине. Райсобестан ҡултыҡ таяҡлы бер ағай килеп, исем-фамилиямды яҙып алып китте, детдомға урынлаштырабыҙ, тине. Шулай итеп, Бәләбәйгә килтерҙеләр. Ә ул ҡараусыһыҙ ҡалған етем балаларҙы ваҡытлыса тота торған урын ғына булып сыҡты. Союздың бөтә төбәктәренән балалар йыйылғайны.

Беҙ барып ингәндә малайҙар тышта утын ҡырҡа ине. Мине шунда уҡ изоляторға алып киттеләр. Толомлап үргән сәсемде ҡырҡып, машинка менән таҡыр итеп алдылар. Элек тимерәү, ҡорсаңғы ауырыуҙары, бет бар ине. Миндә ундай нәмә юҡ. Үҙҙәре лә күреп тора. Медсестралар: «Әллә ҡырҡмайыҡмы сәсен?» – тип һөйләшеп ала. Әммә закон барыһына ла бер. Ҡағиҙәгә, тәртипкә буйһонмай саралары юҡ. Шунда урамдан ингән баяғы малайҙар миңә бармаҡ төртөп көлә башланы. Бигерәк тә ерән сәсле Женя исемлеһе, әсе телләнеп: «Таҡыр баш, таҡыр баш!» – ти. Илап ултырғанымды күргәс, һамаҡлап: «Күҙ йәштәре тып-тып-тып», – тип көлә, етмәһә.

Беренсе танышыуыбыҙ шулай булды. Икенсеһе иһә минең өсөн саҡ-саҡ фажиғәле тамамланмай ҡалды. Малайҙар кухняға келәттән икмәк ташый. Шунда әлеге Женя бер буханканы йәшереп ҡуйынына тыҡты. Мин, быны күреп торғас, аш бешереүсе Надя апайға барып әйттем. Ул теге малайҙан йәшергән икмәген тартып алды ла ныҡ ҡына әрләне. Ә теге, миңә ҡарап: «Бының өсөн һин кәрәгеңде аласаҡһың, кәнтәй!» – тип ыҫылдап китте.

Төндә барыбыҙ ҙа йоҡларға ятҡас, ҡарауылсы Маруся әбейҙе, бер малайҙың эсе ауырта, тип алдап, кемеһелер алып киткән, ә Женя беҙҙең ҡыҙҙар бүлмәһенә инеп, мине ҡайыш менән тәре һүрәте яһап һыҙырып сығып китте. Арҡамдағы эҙҙәр оҙаҡ уңалмай йөрөнө. Мунса ингәндә тәрбиәселәр: “Ни булды?” – тип аптырап һораһа ла, әйтмәнем. Был беҙҙең икенсе осрашыу ине. Бәлки, барыһын да онотҡан да булыр инем. Бөткәнме ни донъяла Женя исемле малайҙар. Ул мотлаҡ Евтушенко, тип уйға ла инеп сыҡҡаны юҡ ине. Әммә бер ваҡыт уның поэмаһы араһынан шундай юлдарҙы уҡырға тура килде:

Хотят мира дети

Белебея и Бомбея.

Шунан ерән сәсле Женя күҙ алдыма килеп баҫты. Әгәр теге саҡта Бәләбәйҙә булмаһа, ҡайҙан белһен инде ул беҙҙең республикалағы бәләкәй генә ҡаланы? Рифма өсөн башҡа төбәктәр бөткәнме ни?

Ҡыҙыҡ бит ул был донъя. Өс тапҡыр осраштым. Әммә: «Бәләбәйҙәге теге малай һеҙ инегеҙме ул?» – тип һорарға ҡыйыулығым етмәне. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында бер осорҙараҡ уҡыныҡ. Ул күберәк килеп-китеп кенә йөрөнө. Шунда ла һөйләшергә мөмкинлек бар ине. Икенсе тапҡыр Рәсәй Яҙыусылар союзы съезында йөҙгә-йөҙ бәрелешә яҙып осраштыҡ. Мин ишектән инеп киләм, ә ул сығып бара. Ҡапыл ҡаушап ҡалып: «Китәһегеҙҙәме ни?» – тип һорарға ғына өлгөрҙөм, ул бик ашыға ине. «Эйе», – тип яуапланы ла йәһәтләп китеп барҙы.

Өсөнсө тапҡыр ҙа осраштыҡ әле Евтушенко менән. Яҙыусыларҙың Мәскәү эргәһендәге Переделкино тигән ижад йортонда булғанда тирә-яҡты байҡап, ял итеп йөрөгөндә Азербайжандан килгән әҙәбиәт белгесе, фән докторы Алиева тигән ханым: «Анау яҡта Евтушенконың дачаһы бар, тиҙәр, әйҙә, барып күрәйек», – тигәс, атлап китһәк, ысынлап та, шағир эте менән ихаталарының тыш яғында баҫып тора ине. Тап шул көндө «Литературная газета»ла Евтушенконың ҡатын-ҡыҙҙарға мәҙхиә итеп яҙған мәҡәләһе сыҡҡан булған. Теге ҡатын: «Әйҙә, барып һөйләшәйек, сәбәп тә бар, мәҡәләһе өсөн рәхмәт әйтербеҙ», – тиһә лә, мин баш тарттым. Сөнки уның яҙғанын уҡып өлгөрмәгәйнем, таныш булмаған әйбер хаҡында нимә һөйләшәһең, тип
уңайһыҙландым. Ҡул болғап ҡына сәләм биреп, баш ҡағып үтеп киттек. Шулай итеп, беҙгә яҡындан танышырға насип булманы.

Бала саҡта Евтушенко менән Бәләбәйҙә ике-өс ай самаһы бергә булдыҡ. Аҙаҡ уны ҡайҙалыр алып киттеләр. Әсәһе лә иҫән булған тиҙәр ине, бәлки, килеп алғандыр.

Унда балаларҙы оҙаҡ тотмайҙар ине. Бәләкәстәрҙе детдомға урынлаштырҙылар. Ҙурыраҡтарҙы, йәғни 14 йәше тулғандарҙы, ФЗО-ға ебәрҙеләр. «Мин уҡырға теләйем», – тигәс, ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ете ай йәшәттеләр. Йомош-юлдарына ярағас, теге-был эшкә лә йүгертә торғайнылар. Шәфҡәт туташына дарыу алырға ла, келәттән аҙыҡ-түлек ташырға ла ярҙамлашам. Хатта шул тиклем ышаныслы кешеләренә әйләнгәйнем: директор өйөндәге биш балаһына минең аша икмәк илттерә торғайны. Кеше күрмәһен тип, дермантин сумкаға һалам да китәм. Бер аҙҙан әйләнеп ҡайтам. Ҡарауылсы Вася ағай йылмайып ҡаршы алып тора. Ҡасмаған бит әле был, кире ҡайтҡан, тип ҡыуанып уйлағандыр инде.

Ул ваҡытта икмәк буханкалары икешәр килолыҡ була ине. Ауыр, кирбес һымаҡ. Һәр балаға көнөнә 500-әр грамм икмәк бирҙеләр. Иртән, кис күберәк эләгә, ә төшкө аш мәлендә 100 грамм ғына һалалар. Шул икмәктең артығын йыйып барабыҙ ҙа йыйыштырыусы апайҙарға бирәбеҙ. Улар һатып, аҡсаһын килтерә. Шул аҡсаға унынсы кластар өсөн әҙәбиәттән хрестоматия дәреслеге һатып алдым. Башҡорт телендәге был китаптың шиғырҙарын ятлап бөттөм тиерлек. Ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәрен бик аңлап та бөтмәйем үҙем. Шулай ҙа миңә, уҡырға яратҡан кешегә, ул ныҡ ҡәҙерле булды, сөнки детприемниктағы китаптар йә урыҫ телендә, йә гел әкиәттәр. Мин уларҙы ҡат-ҡат уҡып сыҡҡанмын инде, шуға ҡыҙыҡ түгел.

Китап уҡыр ғына сағым Ғилемзада апайымдарҙа тиреҫтән тиҙәк һуғып, детприемникта йомошсо булып йөрөп үтте. Шуға бик эсем боша ине. Тиҙерәк, тиҙерәк уҡырға киткем килде.

«Изгелек һәр саҡ кире әйләнеп ҡайта бит ул»
әңгәмәһенән.
Читайте нас: