Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 14:12

"ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР" рубрикаһы

Яҙыусыларҙың әүҙем ижад иткән бер төркөмө Мәскәүгә әҙәбиәт һәм сәнғәт декадаһына бара. Улар килеүгә урыҫ яҙыусылары күп кенә әҫәрҙәрен, урыҫсаға тәржемә итеп, Мәскәү нәшриәтендә, гәзит-журналдарҙа баҫтырып та сығаралар. Авторҙар менән тәржемәселәр осрашҡас, күңелле танышыу, бер-береһен маҡташыу башлана. – Егеттәр, башҡорт буш һүҙ һиптерергә яратмай. Әйҙәгеҙ, был дуҫтарҙы ресторанға алып инеп, иркенләп ултырайыҡ әле бер! – тип тәҡдим итә Баязит Бикбай.

МАРАТ БОТИНКАҺЫ
Яҙыусыларҙың әүҙем ижад иткән бер төркөмө Мәскәүгә әҙәбиәт һәм сәнғәт декадаһына бара. Улар килеүгә урыҫ яҙыусылары күп кенә әҫәрҙәрен, урыҫсаға тәржемә итеп, Мәскәү нәшриәтендә, гәзит-журналдарҙа баҫтырып та сығаралар. Авторҙар менән тәржемәселәр осрашҡас, күңелле танышыу, бер-береһен маҡташыу башлана.
– Егеттәр, башҡорт буш һүҙ һиптерергә яратмай. Әйҙәгеҙ, был дуҫтарҙы ресторанға алып инеп, иркенләп ултырайыҡ әле бер! – тип тәҡдим итә Баязит Бикбай.
Билдәле, был тәҡдим дәррәү хуплана һәм дуҫлашыу, маҡташыу һүҙҙәре баш ҡаланың ҙур ресторанында түшәмгә атылған шампан шарабы, шыйыҡ алтын булып аҡҡан коньяк, ҡара ыуылдырыҡ, ҡыҙыл балыҡ һәм йәнә бүтән шундай тәмленән-тәмле ниғмәттәр ҡуйылған мул табында ифрат күңелле дауам итә.
Инде ресторан ябылыр ваҡыт та етә. Мәжлес һыйҙары өсөн иҫәп-хисап яһау башлана. Официант килтергән иҫәп ҡағыҙында күрһәтелгән аҡса һаны бик елле булып сыға. Башҡорт яҙыусылары, ым һәм ҡараштары менән генә аңлашып, бишәр йөҙ һум (үткән быуаттың илленсе йылдарындағы иҫәп менән инде, әлбиттә!) аҡса йыя башлайҙар. Бөтәһе лә һыр бирмәҫ ҡиәфәт менән янсыҡтарын бушата. Тик өлкән йәштәрҙәге Маҡсуд Сөндөклө генә ҡымшанмай ултыра бирә.
– Йә, ағай, – тиҙәр уға, шыбырҙап, әммә бик аңлайышлы итеп, – үҙебеҙ саҡырып индергәс, тәржемәселәрҙе ҡымтып булмай бит инде, йәһәтерәк сығар өлөшөңдө!
Маҡсуд Сөндөклө кеҫә тирәһен ҡапшаштырып тора-тора ла:
– Ныу, егеттәр, Марат улымды ботинкаһыҙ ҡалдырҙығыҙ былай булғас, еңгәгеҙ миңә күрмәгәнемде күрһәтәсәк! – тип ҙур ҡыйынлыҡ менән аҡсаһын сығарып һала.
БАТЫРАЙҒАН
Йыйылышта Ғәйнан Әмири бик ярһып сығыш яһаны. Түрәләргә һүҙ тейҙереүҙән дә ҡурҡманы – бөтә етешһеҙлектәрҙе асып һалды. Тәнәфестә ул, салбарын күтәрә биреп:
– Хәҙер мин пенсияға сығып алдым инде, береһенән дә ҡурҡмайым, иркенләп әтәсләнергә була! – тине һәм, кинәнеп, көлөп ебәрҙе.
Мөкәрәмә САДИҠОВА.
Читайте нас: