Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 20:00

Ике йөҙйәшәр вирусты еңгән

#ҡороновирус

Мөғжизәгә тиңләрлек шул... Мәскәүҙә ике йөҙйәшәр ҡатын КОВИД-19 вирусынан һауыҡҡан. Береһенә - 101 йәш, икенсеһе - 102 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды. Шул уҡ ваҡытта уларҙың хроник сирҙәрен һанап бөткөһөҙ: йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин системалары, ашҡаҙан-эсәк юлы, бауыр, хәрәкәтләнеү-терәк аппараты ауырыуҙары...
Әле йөҙйәшәрҙәрҙең икеһе лә - реабилитация үҙәгендә. Федераль медик-биология үҙәге етәксеһе Вероника Скворцова был ғәжәп үҙенсәлекле хәлде шулай итеп аңлатҡан: баҡтиһәң, инәйҙәрҙең иммун системаһы көслө. Дауалау һөҙөмтәһе тап шуға бәйле. Бынан тыш, 90 йәштән өлкәндәр өсөн айырым генетик үҙенсәлектәр хас, шул иҫәптән сағыштырмаса йәш иммунитет һәм Т-лимфоциттары клондары булыуы. Ғәҙәттә, 60 йәштән һуң улар юғалыусан, ти етәксе.
Март аҙағында Италияла 101 йәшлек ҡарт вирусты еңгәйне. Белгестең фекерҙәре ысынлап та дөрөҫтөр.
Читайте нас: