Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 10:15

Еңеү Парады менән Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү бер көндә уҙасаҡ

#БөйөкЕңеүгә75йыл #Конституция

Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Кремлдә Еңеү Парадын һәм Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙе 24 июндә уҙғарасаҡтар. Әлегә рәсми ҡарар ҡабул ителмәгән. Хәйер, коронавирус афәте үтеп китһен әле, унда күҙ күрер.
РБК мәғлүмәттәре буйынса, нәҡ 1945 йылдың 24 июнендә Еңеү Парады үткәрелә, шуға күрә был көн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын үткәреү өсөн төп дата булараҡ ҡарала.
Еңеү Парадын һәм Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө түләүле ял көнө буласаҡ, был норма төҙәтмәләр хаҡындағы законда алдан уҡ раҫланғайны. 24 июндә парадтың үҙен генә үткәргән хәлдә, был ғәҙәти эш көнө буласаҡ һәм кешеләрҙә байрам хисе булмаҫ, ти Кремлгә яҡын икенсе сығанаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Федераль йыйылышҡа Юллама менән мөрәжәғәт иткәндә Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.
Читайте нас: