Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 21:28

Төн эсендә ниҙәр бар?.. Хикәйә

Иртәгәһен өшөбөрәк уянып китһәм, кисә күргән ҡойманың тышында түгел, эсендә ятам имеш... Ҡойма өҫтөнән өс ҡат тимер сым тартылған. “Проходная” тигән яҙыу күренә. Шунда киттем. Бер офицер, ике һалдат ҡаршы алды. Күҙҙәре маңлайҙарына менеп китте! “Кем һин? Бында нисек индең?” Аҙашыуымды, был яҡ кешеһе түгел икәнемде, арып, ҡойма тышында йоҡлап китеүемде аңлатып ҡарайым, ышанмайҙар. Офицер мине айырым бүлмәгә алып инеп китте. Һөйләгәндәремде ҡағыҙға яҙырға ҡушты.

Илһамдың кәйефе һәйбәт ине. Ауылда апаһы, ҡустыһы менән осрашып, күңеле булып ҡайтып бара. Апаһы Мәскәүҙә йәшәй уның, ҡустыһы үҙҙәренең ауылында. Ҡустыһы бынан 4-5 йыл элгәре генә аталарының өйөнә күрше генә ергә өй күтәреп башҡа сыҡҡайны. Ул саҡта әсәләре лә тере ине әле. Илһам менән апаһы ҡустыларының өй һалыу ниәтенә тәүҙә атайҙар янында торһаң ни була, тип бик риза булмағайны. Аталары иһә, күрше генә бит, дәрт иткәс, һалһын өйөн, тигәс, уға аҡсалата ярҙам иттеләр. Арыу ғына өй һалып инде, үҙҙәре барыбер ике арала йөрөп ятты. Әсәләре вафат булғас, атаһын үҙенә генә күсереп алырға ла ныҡышҡайны, тегеһе риза булманы. Атай йорто былай ныҡ ҡына ул. Һыуы өйҙә. Газ менән йылытыла. Ашау-эсеүгә балалары янына инеп йөрөнө.
Әле бына ярты йыл элек ҡапыл ғына китеп барҙы. Берәүҙе лә ыҙаламаны.
Өй бушап ҡалды. Вариҫтар өсәү. Ул кемгә була? Шул хаҡта һөйләшергә йыйылышҡайнылар. Шул һөйләшеүҙән риза булып ҡайтып бара Илһам.
- Миңә өй һалыштығыҙ, - тине ҡустылары, - үҙегеҙ ҡарағыҙ. Һеҙгә дәғүәм юҡ. Ауыр 90-сы йылдарҙа балалар ҙа мәхрүм булманы, уныһын-быныһын ебәреп, сәй-шәкәрҙән, ондан өҙмәнегеҙ. Һатам тиһәгеҙ һатып, аҡсаһын уртаҡлашығыҙ.
- Атай йортон һатып байып булмаҫ, минең уға ҡалған көнөм юҡ. - Илһам апаһының фекерен көттө.
- Минең дә, - тине апаһы. - Ә нишләп һатабыҙ беҙ уны? Тора бирһен. Ҡайтып йөрөрбөҙ.
- Ҡайтһағыҙ минең өйгә лә һыяһығыҙ, - тип ҡараны ҡустылары. Апаһы менән ағаһы ныҡ торҙо. Ҡуй, торһон, тип ризалашманылар.
Шуға бик күңеле булып ҡайтып китте Илһам. Апаһы ауылда бер аҙыраҡ торам әле, зыяратты кәртәләтәм тип тороп ҡалды. Атай мираҫы тип бер туғандар үҙ-ара дошманлашып бөткәне бар. Быларҙыҡы, ысынлап та, һәйбәт килеп сыҡты. Атаһы менән әсәһенең төҫө, тотҡан сынаяҡ, көрәк-һәнәккә тиклем ҡәҙерле. Мәскәүҙең һауаһын еҫкәп ятҡансы, апаһы менән еҙнәһе, уларҙың ейәндәре йәйҙе ошонда үткәрер. Апаһы менән еҙнәһе олоғая. Илһамдар ҙа ҡайтып йөрөр. Бигерәк матур бит ауылдарының тәбиғәте. Емеш-еләк йыйған, ат көткән, бесән сапҡан урындарҙы бер әйләнеп сығыу ҙа әллә ни.
Йырлай-көйләй, һыҙғыра-һыҙғыра килә торғас, машина фыр-фыр итеп кәзәләнә башланы. Артабан барырлыҡ түгел. Илһам туҡтап тышҡа сыҡты. Капотты асып ҡаҙынып ҡараны. Шәмдәрҙе тикшерҙе. Бензин етерлек. Ни булды быға?
Ҡараңғы төшөп китте. Үткән-һүткән машиналар ҙа туҡтамай. Нишләргә? Берсә машинаһының эсенә инеп ултырҙы, берсә кире сығып борғоланды Илһам. Юлдың һул яғында ағастар араһынан уттар емелдәгәне күренеп ҡала. Был тирәлә ауыл юҡлығын белә ул. Баҡсалар ғына. Машинаны ҡалдырып шул уттар яғына барып ҡарарғамы? Ә унда кемгә һуғыла беләһең? Кеше хәҙер кешенән ҡурҡа, бигерәк тә төн уртаһында. Ишек астыртып, төн сығырға индереүгә күндереү икеле. “ Яҡшы кәйефте берәр нәмә боҙмаһа булмай, - тип асырғанды Илһам. - Әллә берәрһе юғарынан ҡарауыллап тора. Ниндәйҙер көс мотлаҡ аяҡ сала һала. Исмаһам, берәр яңлышһа!..”
Машинаһы алдына сығып машина туҡтағанын һиҙмәй ҙә ҡалды Илһам. Машинанан бер ир килеп сыҡты. Хәйерлегә булһа ярай ҙа. Ҡәрсәһе “йүнле кеше төнөн йөрөмәй, төнөн йөрөгән кеше ҡараҡ була”, ти торғайны.
- Йөрөмәйме ни? - теге ир Илһам янына килде. - Сәбәбен беләһеңме?
- Ҡараңғы... Тапмай ҡуйҙым. Кәзәләнә. Ҡыҙмай.
- Ҡайҙа, капотты асып ҡарайыҡ әле... - юлаусы ла, Илһам кеүек, тегене һәрмәне, быны. - Ғәйеп двигателдә. Бында ғына рәткә һалырлыҡ түгел, -тигән диагноз ҡуйҙы.
Икәүләшеп тәмәке көйрәтеп алдылар. Һөйләшмәнеләр. Бер-береһенең кем булыуын, ҡайҙа китеп барыуын да һорашманылар.
- Абдулла, -тип ҡулын һондо таныш булмаған кеше.
- Илһам...
- Бүтән юл юҡ, - тине шунан Абдулла,- тағылығыҙ миңә. Двигателде иртәгә яҡтыла ҡарарбыҙ. Төнө буйы юлда ултыра алмаҫһығыҙ. Төн эсендә ниҙәр булмаҫ. Әсәйем әйтмешләй, ҡараҡтар төнөн йөрөй.
Илһам көлөп ебәрҙе.
- Минең ҡәрсәйем дә шулай ти торғайны. Мин былай ҡараҡ түгел дә ул.
- Күренеп тора. Ҡараҡтарҙың тачкаһы төн уртаһында юлда боҙолоп ултырмай хәҙер. Мин анау яҡта йәшәйем. Дачала. Тағылығыҙ. Төн уртаһында яңғыҙ ҡалыуҙың нимәгә тарытыу ихтималлығын беләм, - тип йылмайҙы Абдулла. - Бәләһенән баш аяҡ.
Машиналарҙы тоташтырҙылар ҙа ҡуҙғалдылар. Бая шәйләнгән уттар яғында икән Абдулланың дачаһы. Тиҙ килеп тә еттеләр. Абдулланың ишек алдында ут яна.
Машиналарҙы ҡапҡа эсенә индереп ҡуйҙылар. Ут яҡтыһында дачаның бик ыҫпай, күркәм булыуы күҙгә ташланды. Театр гардеробтан башланған кеүек, баҡсаһы ҡапҡанан уҡ билдәле Абдулланың. Рәшәткәләр, ҡапҡа семәрләп, биҙәкләп яһалған.
- Асыҡтығыҙмы? Асыҡһағыҙ бисәне уятам.
- Юҡ, - тип баш тартты Илһам. - Ауылдан ит ашап, һурпа эсеп кенә сыҡҡайным. Рәхмәт. Уятмағыҙ ҡатынығыҙҙы. Баш терәрлек урын тапһағыҙ.
Илһам Абдуллаға текләберәк ҡарап ҡуйҙы. Ярайһы оҙон буйлы, йоҡа кәүҙәле урта йәштәрҙәге кеше икән.
- Урын етерлек.
Ирҙәр өйгә инеп ут ҡабыҙҙы.
- Абдулла! - тигән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде икенсе ҡаттан.
- Мин! Ҡунаҡ бар. Һин торма, Зөлфирә. Беҙ кефир эсәбеҙ ҙә ятабыҙ.
Абдулла Илһамға кефир ҡойоп бирҙе, урын күрһәтте.
- Йоҡлағыҙ. Машинаны иртәгә ҡарарбыҙ.
... Үҙҙәренең ауылындағы өйҙә йоҡлаған кеүек рәхәтлек кисереп, еңеләйеп уянды Илһам. Рәхәтен рәхәт тә, сит кеше өйөндә бит әле ул. Хужаларҙың өйө тыныс икән. Асыҡ тәҙрәнән ҡоштар һайрағаны ишетелә, сәскә еҫе танауҙы ҡытыҡлап күңелгә ҡаймаҡ кеүек яғылғандай. Ул кейенеп тупһаға сығып баҫты. Вәт әй!.. Бындайҙы күргәне юҡ ине әле Илһамдың. Хужалар бай кешеләр микән ни? Улай тиһәң, байҙарҙың донъяһы бейек ҡойма менән уратылған була. Бында ундай ҡоймалар юҡ. Ә ихата әкиәт донъяһы кеүек сын яһау. Ҙур булмаған ике ҡатлы өй ылыҫ бүрәнәнән һалынған. Уны үрмәле гөлдәр биҙәп тора. Сәскәләр икенсе ҡатҡа тиклем үрмәләгән. Тупһа, беседка, ҡапҡа, ҡоймалар, тәпәшәк кәртәләүҙәр сәскә формаһына еткерелеп бөгөлгән тимерҙән яһалған. Ундайҙы бер саҡ Илһам Золотоуст ҡалаһының металлургия заводы музейында күргәйне.
Түтәлдәр линейка менән тигеҙләп һыҙылған кеүек, төҙ. Ситенән һыу һибә торған тишекле торбалар үткән. Клумбалар тәбиғи ҡалҡыулыҡ төҫлөрәк. Уларҙы төрлө төҫтәге йәшмә, мәрмәр таштар биҙәгән, таштар араһынан экзотик сәскәләр йылмая. Урал тауҙарында аяҡ аҫтында ятҡан, сит илдәр өсөн торғаны бер хазина һаналған был таштар зауыҡлы теҙелгән, ҡояш нурҙарында сағылып, йәйғор төҫтәре менән күҙҙең яуын ала. Ағастан һырып, юнып эшләнгән йәнлек һындары бар. Мөғжизә!..
- Йоҡоғоҙ тыныс булдымы? - Абдулланың үҙе кеүек ярайһы оҙон буйлы һылыу ҡатынды Илһам, бынау матурлыҡтарҙан арбалып, күрмәй ҙә тора икән. “Ҡатыны һылыу, - тигән уй йүгерҙе башынан. - Зауыҡлы кеше бисәне лә һайлай белгән. Кемдәр һуң былар?”
- Ғәфү итегеҙ, саҡырылмаған ҡунаҡты кем тиҙәр әле...- Илһам ҡатынға һоҡланыбыраҡ ҡарауынан ғәйеп кисергән кеше кеүек, шаяртыбыраҡ һүҙ ҡушты. - Өйөгөҙҙөң ҡото бар икән. Ҡаты йоҡлағанмын. Ғөмүмән, бигерәк шәп икән дачағыҙ. Бындайҙы күргән юҡ ине әле.
Хужаларға ярайым тиһәң, балаһын маҡта, тиҙәр бит. Бында бала-саға күренмәй. Ә дача, дөрөҫөн әйткәндә, маҡтамай түҙерлек тә түгел шул. - Үҙегеҙ һалдығыҙмы, әҙерҙе алдығыҙмы?
- Үҙебеҙ...- Ҡатын яғымлы ҡарашын гараж яғына һирпте. - Бындағы һәр нәмә Кулибиндың үҙ ҡулы менән эшләнде.
- Кулибин? Фамилияғыҙ шулаймы? Абдулланы әйтәһегеҙме?
- Уны...
- Эй, онотоп торам, оҫта ҡуллы кешене шулай тиҙәр бит әле.
- Абдулланың ҡушаматы ул. Эшендә лә шулай тип йөрөтәләр. -Ҡатын, кисә Абдулла уны Зөлфирә тип атаны буғай, ире менән ғорурланыуын йәшермәй ине. - Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек. Абдулла! Ташлап тор эшеңде, ҡунаҡ уянды, бергәләп сәй эсеп алығыҙ. Сәмиға апай һөт, ҡаймаҡ килтереп китте. Әйҙәгеҙ! Анау яҡта, - тип Илһамға ҡарап әйтте Зөлфирә, - бәләкәй генә ауыл һаҡланып ҡалған. Бер нисә кеше һыйыр тота. Шулар һөт, ҡаймаҡтан өҙмәй. Уларға, аҙ булһа ла аҡса, беҙгә - ризыҡ.
- Двигателде һүтеп алырға тура килде, - тип ҡулын йыуып өҫтәл янына килеп ултырҙы Абдулла. - Борсолмағыҙ. Ҡороп ҡуябыҙ беҙ уны. Әллә һин тип һөйләшәйекме? Ике башҡорт үҙ ара “һеҙ” тип һөйләшкәнде яратмайым мин. Тәбиғи түгел. Беҙҙең тел өсөн ят. Беҙҙә хөрмәт итер өсөн “ағай, апай, инәй, ҡайным, бейем, ҡәйнбикә, ҡайнаға, еңгә, олатай, өләсәй, ҡартатай, ҡартәсәй, еҙнә, ҡайнаға” тигән һүҙҙәр, тағын әллә күпме мөмкинлектәр бар. Кешегә шуларҙы ҡушып өндәшһәң, үҙе үк хөрмәт итеүҙе аңлата. Һеҙләп һөйләшеү сит телдән күскән, килмешәк ҡағиҙә хәҙер яйлап үҙенә хоҡуҡ яулап бара.
- Шулай шул... Оҙаҡҡа барырмы икән был ремонт? Уңайһыҙ бит әле. Мәшәҡәтләнем...
- Ике-өс сәғәткә барыр. Мәшәҡәт тип. Кешене күрәләтә төн эсенә ҡалдырып китергә ни...
Зөлфирә көлөп ебәрҙе.
- Абдулла төндән шыртлай ул! Һөйлә ҡунаҡҡа теге төнгө мажараларыңды.
Абдулла ҡатынына һирпелеп кенә ҡараны ла өндәшмәне.
- Ҡулың оҫта икән, Абдулла, донъяң ялтырап тора. Техника яғына ла маһир икәнһең. Һөнәрең буйынса инженер тиһәм... эштәрең рәссамдыҡына оҡшаған...
- Ю-у-у-ҡ, - тип һуҙҙы Абдулла. - Слесарь мин. Былары - баҡсаһы яғына ҡулын һелтәне, - күңел эше.
- Кулибин, - тип өҫтәне йәнә Зөлфирә.
- Һин әйтерһең инде, - Абдулла, йөҙөнән һиҙелә, ҡушаматынан ҡәнәғәт, күрәһең.”Сит кеше алдында күберәген һөйләйһең түгелме?”- тигән һорау ҙа бар кеүек.
Күҙе ҡыҙып ҡуйҙы Илһамдың. “Бәхетле кешеләр, -тип уйланы ул. - Минең ғаиләне былар кеүек бәхетле тип атап буламы икән? Юҡтыр... Үҙем ғәйепле микән?.. Абдулла кеүек оҫта ҡуллы түгелмен. Төн уртаһында сит кешене етәкләп ҡайтһам, етмәһә, уның мәшәҡәттәре менән була башлаһам, ҡатыным Зөһрә, Зөлфирә кеүек, мөхәббәтле күҙҙәрен төбәп, риза ҡаршы алыр инеме икән? Юҡ әлбиттә. Ризаһыҙлығын белдермәҫкә тырышыр, әммә бынаулайтып ялтырап тормаҫ, минең яҡшы яҡтарҙан былай, кеше алдында уйынлы-шаярыулы төрттөргән булып, гел етешһеҙлектәрҙе асып маташыр. Әле бына үҙе апаһы, ҡустыһы менән хәл иткән ҡарарҙарынан разый булып ҡайтып бара ла ул, өйҙә нисек ҡаршыларҙар? “Дөрөҫ ҡарар, - тип төрттөрәсәк ҡатыны. - Беҙгә ни, бай кешеләргә мираҫ нимәгә ул!” Ә былар...Бәхетле ғаиләләр бар икән шул. Ғөмүмән, ғаиләнең аңлашып йәшәй алмауында, тимәк, бәхетһеҙ булыуында, кем күберәк ғәйепле икән? Ирҙәрме, бисәләрме? “Бисәләр, - тигән һығымтаға килде Илһам. - Бынау Зөлфирә кеүек ҡатының булһа ул...”
Илһам машина мәшәҡәтенең оҙаҡҡараҡ һуҙыласағына ҡыуанып та ҡуйҙы. Һис айырылғыһы килмәй ине уның бынау бигерәк камил мөнәсәбәтле кешеләр, яҡты хистәр, матур кәйеф тыуҙырыусы матур донъянан. Ә бит эшкә бараһы бар.
Илһам редакцияға шылтыратты. Төнгә мажараларын һөйләне, баш мөхәррир, үҙе лә машинала йөрөгән кеше булараҡ, бик туҙынманы. “Йәһәтлә шулай ҙа!” - тип кенә ҡуйҙы.
Сәй эсеп алғас та Абдулла йәнә гаражына йүнәлде. Илһам, двигатель йүнәтерлек оҫталығы булмаһа ла, уның артынан эйәрҙе.
Гараж әллә күпме яйланмалар, ҡорамалдар, деталдәр менән тулы. Һәр нәмә йыйнаҡлап ыҫпай кәштәләргә теҙелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, Илһамдың өйҙәге эш кабинетында ла бындай тәртип юҡ. Ә бында, ҡәҙимге гараждағы кеүек, сүп-сар, туҙышып ятҡан тимер-томорҙоң әҫәре лә юҡ.
- Шәпһең, Абдулла, маладисһың! - тип һоҡланды Илһам. - Берәр мастерскойҙа эшләйһеңме?
- Юҡ. Ғилми-тикшеренеү институтында эшләйем. Йәш саҡта шунда гаражға урынлашҡайным, тора-бара конструктор бюроһына үрләттеләр.
- Фән менән булаша башланыңмы?
- Юҡсы. Нимәгә ул миңә фән? “Москва слезам не верит” фильмындағы Алексей Баталовтың роле уйҙырма түгел ул. Мин дә, уның Гошаһы кеүек, ғалимдар уйлап тапҡан яңылыҡты ҡулым менән тормошҡа ашырам. Ғалимдарҙың күбеһе бер яҡлы ғына ул. Мин бына ябай слесарь, белмәгәнем күп. Уларҙыҡы ла етерлек. Ә һин ни менән мәшғүлһең?
- Журналист. Китаптар ҙа яҙам, - Илһам быларҙы һөнәренән оялған кеүегерәк әйтеп ҡуйҙы. Ул үҙен Абдулла алдында ирҙәрсә һөнәре лә, һәләте лә булмаған кеше кеүек хис итә башлағайны. Абдулла ғилми асыштар яһарға һәләтле ғалимдарҙы ла өнәп бөтмәй, ҡәләм тотоп тамаҡ туйҙырған иргә бөтөнләй кәмһетеп ҡарар төҫлө тойолдо.
- Кит әле! Ысынмы? - тип ҡыҙыҡһынып текләне Абдулла. - Тере яҙыусыны беренсегә күрәм. Яҙыусылар философ була. Китаптарын уҡыһаң, хайран булаһың. Кеше күңелен, холҡон, геройҙарҙың ҡылығының сәбәбен ныҡ белеп яҙалар.
- Ғалимдар яҙыусынан да фекерлерәк бит...
- Мин дә шулай тип уйлай инем. Минең менән булған сәйер ҙә, серле лә бер мөғжизәле ваҡиғаға, онотолмаҫ төнгө мажараға береһенең бер аңлатма бирә алғаны юҡ әле.
Илһамға ҡыҙыҡ була башланы. Ниндәйҙер сере бар был икәүҙең. Ул етмәһә төнгә бәйле. Кисә төндә ул хаҡта Абдулла ишараланы, бөгөн уйынлы-ысынлы Зөлфирә телгә алды, әле ҡабатлап Абдулланың теленән ысҡынды. Машинаһын уйлап, иғтибарына элмәй түгелме Илһам быларҙы? Журналистлыҡ, яҙыусылыҡтың төп ҡоралы - ҡыҙыҡһыныу серем итәме?
- Минең кеүек берәр төнгә мажараға тарығаның булдымы әллә, Абдулла?
Абдулла машина двигателендә ҡаҙыныуын дауам итте. Өндәшмәйерәк йөрөнө.
- Ышанмаһаң ышанмаҫһың, - тип телгә килде торараҡ. - Гәзиткә-маҙар яҙыр өсөн түгел, ҡыҙыҡ өсөн генә һөйләйем. Яҙмайым тип вәғәҙә бирһәң генә. Кеше ышанмаҫлыҡты дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиҙәр бит. Ҡайһы бер ағай-эне Абдулланың аҡылы зәғифләнгән тип уйлар. Яҙмайһыңмы?
- Ярар һуң...
Абдулла гараж ишегенә барып, тышты күҙәтеп алды.
- Зөлфирә был тирәлә түгел икән.
- Бәй, Зөлфирә белә түгелме? Бая үҙе ишараланы ла инде.
- Белә ул. Әммә ҡатын-ҡыҙ бит, һиҙҙермәһә лә, ҡытығы килә. Уныһын ғына беләбеҙ. - Абдулла , заговорсы кеүек, Илһамға күҙен ҡыҫып ҡуйҙы.- Бисәнең ауыртҡан еренә баҫмау яғын ҡарар кәрәк. Улар халҡын рәнйетһәң, нервылары слабый микән, төшөнкөлөккә, ҡуйыртылған уйҙырмаға бирелә лә китә. Кәрәкмәй. Бергә ғүмер итәһе. Хәйер, белә ул теге хәлде.
- Зөлфирә менән таныш түгел инек әле, - тип башланы һүҙен Абдулла. - Теге төнгө мажараларҙан һуң ғына осраттым мин уны.
Бер йылды Кемерово өлкәһенең губернаторы Аман Тулеев үҙен Рәсәй президентлығына кандидат итеп тәҡдим итте. Нишләп улайтҡандыр. Ҡыҫыҡ күҙле, ярым ҡаҙаҡ, ярым башҡорт Башҡортостан кешеһе Аманды Рәсәй халҡы президент тип таный буламы? Кемерово өлкәһенән Өфөгә делегация килеп төштө. Береһе, Салауат исемлеһе край администрацияһы аппаратында эшләй икән. Заманында кулак тип Себергә оҙатылған Баймаҡ кешеһенең нәҫеленән булып сыҡты. Бер килгәндә ҡартатаһының тыуған ауылын да барып күргеһе килеү теләген белдерҙе.
Мин ул саҡта гаражда эшләй инем. Институт директоры мине саҡырып алды:
- Һин Буранбайҙанмы әле ул?
- Эйе. Түште асып күрһәтәйемме?
Директор көлөп ҡуйҙы:
- Кәрәкмәй, - тине ул. - Күлдәгең тышынан да күренеп тора. Кемерово өлкәһендә Ҡурай тигән ауыл бар икән. Уны уҙған быуатта Себергә оҙатылған ағай-эне, был яҡтарға кире ҡайтырға ҡурҡып, нигеҙләгән, күрәһең. Әле беҙгә килгән делегация етәксеһе Салауат Ағзамовичтың олатаһы һеҙҙең ауылдыҡы булһа кәрәк. Һеҙҙең ауылда уныҡы кеүек фамилиялы кешеләр бармы?
- Юҡ шикелле...
- Шулай ҙа ҡунаҡты Буранбайға алып барып килергә тура килер. Бәлки берәр сыбыҡ осо булһа ла табылыр.
- Була ул, -тип шатланып киттем. - Ауылға ҡайтып урау хөрт түгел инде ул.
Ике машинала юлға сығып киттек. Береһенең руле миндә. Ҡунаҡтар минең машинаға ултырҙы. Мин һиңә әйтәйем!... Ҡунаҡтарҙың береһе ҡыҙыҡай. Килеп тороп һылыу. Салауат Ағзамовичтың һеңлеһе икән. Ағайығыҙ Өфө-Баймаҡ юлынан түгел, артҡы ултырғысты күрһәткән көҙгөнән күҙен ала алмай, нисек хәрәкәт иткәнен дә шәйләмәҫлек хәлгә килмәһенме!
- Баймаҡ ҡыҙҙары матур инде ул, - Илһам берәр бик ҡыҙыу lave stori ишетәһен аңлап, ҡыҙығып китте. - Тик улар уҫалыраҡ була түгелме?
- Нишләп?... Уларҙың уҫаллығы... Ана Зөлфирәгә ҡара... Йыуаш түгел, әлбиттә. Тик, уҫал булам тип, әллә ҡайҙа бара алғаны юҡ әле.Текәлеге бар. Уныһы хаҡ. Уф, оҙаҡ йөрөттө артынан. Шуға һаман асыу килеп ҡуя. Ҡыҙҙар ни, ҡосаҡлаһаң йыуашая ул. - Абдулла шуҡ йылмайып ҡуйҙы.
- Әйттем иһә ҡайттым. Зөлфирәң бигерәк ипле күренә.
- Ипле! - Илһам шыртлап ҡуйҙы. Әллә кеше бисәһен маҡтап саманы юғалтты инде. - Ҡәҙимге бисә, йәшәмәҫлек түгел. Кеҫәһе тулы сөй, шул яғы менән алдыра.
Ә теге себер ҡыҙы... Ҡап-ҡара сәс, күҙҙәре йоҙороҡ ҙурлыҡ, йәп-йәшел. Иркә генә һөйләшә. Ҡыҫҡаһы... Быуынға төштө был ҡыҙыҡай. Һинең шулай булғаны бармы?
- Булмай ни! - Илһам дәртләнеп китте. - Беҙ, яҙыусылар китап уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөйбөҙ. Залда һәр саҡ берәр һылыу күҙеңде яулай. Тотоп ашарҙай булаһың. Сара юҡ. Тырышып ҡарайһың инде... Һис юғы һине һағыныр хәлгә етерлек итеп башын булһа ла бутап китәһең...
- Ышаналарҙыр инде?..
- Ышандыраһың. Тел ни өсөн бирелгән? Бөтә матур ҡыҙҙарҙы ла етәкләп алып ҡайтып булмай ҙа баһа. Ә, илһам өсөн... Ир - ат илһамһыҙ артабан хәрәкәт итә алмай. Уға стимул кәрәк...
- Илһам ҡатын-ҡыҙ күңеленән һауыла. Уныһы хаҡ. Һәүкәшкә лә бит, һөт биргәне өсөн, бесән ашаталар. Ә ҡатын-ҡыҙ...Уның йәне, минеңсә, ихласлыҡ һәм мөҡҡиббән инанғанлыҡ менән туҡлана. Мин ҡатын-ҡыҙҙы рәнйетергә ҡурҡам. Аллам һаҡлаһын!
Абдуллаға Илһамдың “егетлек”тәре оҡшаманы булһа кәрәк. Ул өндәшмәй генә двигатель менән булашыуын дауам итте. Ләкин хәтирәләренә бирелгәйне инде, йәнә һөйләй башланы:
- Баймаҡтар матур ҡаршы алды.Бишбармаҡ, ҡаҙылыҡ, ҡарта, бәлештәр, тултырмалар, бауырһаҡ, ҡымыҙ, бал - өйөлөп тора. Ә минең күҙгә аҡ-ҡара күренмәй. Етмәһә, район администрацияһында эшләгән класташ егет төрттөрөп китте:” Тешең үтмәҫтәй булһа, әйт, ҡыҙҙарҙың матурын беҙ ҙә яратабыҙ ул!” Тегегә бармаҡ янап ҡуйырға тура килде.
Ауылда быларҙың нәҫелен белеүсе табылманы. Уларҙыҡы кеүек фамилиялы берәү ҙә юҡ. Архивҡа инергә ваҡыт самалы. Ҡунаҡтарға милләттәштәренең көнкүреше, йола-ғәҙәттәре, йырҙары, ҡурай моңо иҫ киткес көслө тәъҫир итте, хушлашҡанда күҙҙәрендә йәш сағылып китте.
- Бындайҙы минең атайымдың да күргәне юҡ, - тип ҡуйҙы Салауат.- Һайлау мәшәҡәттәре үткәс, килеп сығырбыҙ әле.
Минең ике күҙ - Алисала. Эсемдән генә “Әлисә, Әлисә...” тип ҡабатлайым. үҙемдән дә ҡурҡып, ояла-ояла “һөйөклөм...” тип тә өҫтәп ҡуям.
Ҡунаҡтар Кемеровоға ҡайтып китте. “Аман Тулеевтың Рәсәй президенты була алмаҫын беҙ беләбеҙ, - тигән беҙҙең директорға Салауат. - Беҙгә ошо кампания барышында уның әле ултырған креслоһын, бүтәндәрҙең теше үтмәҫлек итеп нығытып ҡалырға кәрәк!” Сәйәсәт!
Ә мин... Теге йәшел күҙҙәрҙең упҡынынан сыға алмайым. Һайлауҙар үтте. Ельцинды “ғаилә”һе айныр-айнымаҫ көйө затлы Рәсәй тәхетенә йәнә ултыртып ҡуйҙы. Ай үтте. Кисерештәрҙән айнығып булмай. Иҫһеҙләнгән кеүекмен. Нишләргә? Отпуска алдым. Сыҡ та һыпырт Кемеровоға. Адрес та, телефон да юҡ. Эстәге бер усаҡҡа түҙерлек сара ла юҡ.
Абдулла йәнә гараж ишегенән башын тығып ҡарап, Илһамға күҙен ҡыҫты. Машинаның двигателе йыйылып бөттө, уны икәүләшеп урынына ҡуйҙылар.
- Ә һин ниндәйҙер мажаралы төн хаҡында һөйләмәксе түгел инеңме?
- Ул төндө мин шул Кемерово крайында кисерҙем дә инде...
Килеп төштөм. Ә Әлисәне ҡайҙан эҙләргә? Ҙур ҡала. Шахтерҙар бит, мул эш хаҡына өйрәнгәндәр, халҡы ярайһы текә. Губернатор администрацияһы тирәһендә буталам, беҙгә килеүселәрҙең береһе-бер осрамай. Салауат Ағзамович хаҡында һораштырам, йүнләп яуап биреүсе юҡ.
Ҡурайға китергә булдым. Бәлки тыуған ауылдарында берәр мәғлүмәткә тап булырмын.Башта автобус менән район үҙәгенә барҙым. Ауыл район үҙәгенән алыҫ түгел икән. Маршруткаға ултырҙым. Көтөп торғандар ти мине. Быларҙың ғаиләһен беләләр, адрестарын белеүсе юҡ.”Ағзам ҙур кеше, шахтаның баш инженеры, ҡайтҡаны юҡ,-“ тиҙәр.
- Ауылдары Ҡурай тип аталғас, башҡорттар йәшәйме?
- Юҡсы. Йыйылма халыҡ, раскулаченныйҙар. Барҙыр инде. Миңә бер башҡорт та осраманы. Ауылдары былай матур, төҙөк. Салауат менән Алисаны ишетеп кенә беләләр. Баймаҡтар кеүек әйҙүкләп торған кеше юҡ.Ҡасаба хәтлем ауыл. Тегендә һуғылдым, бында... Мәктәптәренә инеп сытым. Алиса бында тыумаған, мәктәбендә уҡымаған.
Ҡунаҡхана юҡ. Нишләргә? Маршрутка иртәгә генә була. “Ярар, - тип уйланым мин. - 15 саҡырым араны йәйәү йөрөмәгән кешеме ни мин? Район үҙәгендә,моғайын, ҡунаҡхана барҙыр.” Киттем дә барҙым килгән юл буйлап. Бәлки берәр машина осрар әле. Машиналар юҡ. 90-сы йылдар аҙағы, хәҙерге кеүек машиналар мыжғып тормай. Юл һил. Ҡараңғы төштө. Юлдан тайпылмаҫҡа тырышам. Бара торғас, сатҡа юлыҡтым. Килгәндә абайламағанмын. Уңға китергә кәрәк, тип уйлайым. Уңға барһаң, юл уңыр. Һәр хәлдә, аҙағы булмаған юл булмай бит.
Бер аҙҙан тимер сымдар тартылған, бейек ҡоймалы ергә барып сыҡтым. Китеп барам, китеп барам. Арытты. Юлдың аҙағы юҡ...Тапандым - тапандым да бер ҡыуаҡ төбөнә инеп яттым. Таң атһын, берәр нәмә асыҡланыр.
Иртәгәһен өшөбөрәк уянып китһәм, кисә күргән ҡойманың тышында түгел, эсендә ятам имеш...Ҡойма өҫтөнән өс ҡат тимер сым тартылған
“Проходная” тигән яҙыу күренә. Шунда киттем. Бер офицер, ике һалдат ҡаршы алды. Күҙҙәре маңлайҙарына менеп китте! “Кем һин? Бында нисек индең?” Аҙашыуымды, был яҡ кешеһе түгел икәнемде, арып, ҡойма тышында йоҡлап китеүемде аңлатып ҡарайым, ышанмайҙар.
Офицер мине айырым бүлмәгә алып инеп китте. Һөйләгәндәремде ҡағыҙға яҙырға ҡушты. Пистолетын сығарып өҫтәлгә һалды. Мин үҙемдең әле генә һөйләп сыҡҡандарымды, ҡулым ҡалтырай-ҡалтырай, ҡағыҙға төшөрҙөм. Салауат менән Алисаның исемен генә телгә алманым. Бәләһенән баш аяҡ.
Офицер ҡағыҙымды алды. Уҡыны. Йөҙө ағарынды. Бер-беребеҙгә текләп ултырып алдыҡ. Ҡарашы, һиңә әйтәйем, киноларҙа күрһәткән НКВДшниктыҡы кеүек уҫал. Ултырҙы-ултырҙы ла минең ҡағыҙҙы йыртып, усында йомарлап кеҫәһенә тығып ҡуйҙы.
- Өс рәт тимер сымды күрҙеңме? Уларға ток ебәрелгән. Ул сымдар аша бер кем дә үтә алмай. Зона территорияһына Проходной аша ғына инеп була. Ә уның ишеге эстән генә бикләнә, асҡыс сейфта һаҡлана. Төнгө дежурҙа беҙ өсәү булдыҡ. Ишектән бер кемде лә индермәнек. Берәр кешене пропускаһыҙ индерһәк йә сығарып ебәрһәк, беҙгә - трибунал. Аңлайһыңмы? Трибунал! Ә һинең бында килеп ингәнеңде нисек аңлатырға?
– Нимә тип әйтәйем. Үҙем дә ярым үле, ярым тере хәлдәмен.
- Аңлайһыңмы, һине зонаға беҙ генә индергәнбеҙ булып килеп сыға. Беҙҙең баш ҡына түгел, һинеке лә китә. Һиңә - срок!
Мин ҡурҡыштан дерелдәй башланым. Ултырабыҙ офицер менән ҡара-ҡаршы. Офицер ҙа, һалдаттар ҙа йәл. Ә үҙем һуң!? Яҡшы ниәттән, мөхәббәт ҡанаттарында, йәп-йәшел күҙле мөхәббәтеңде эҙләп юлға сыҡ та, ғәйепһеҙҙән ҙур срокка ябылсы әле! Нисек килеп индем икән мин бында?
Бер аҙҙан офицер урынынан торҙо. Пистолетын алды. “Ошонда ултыр, мин тиҙҙән киләм,” - тип сығып китте.
Тиҙ әйләнеп килде.”Әйҙә, йәһәт кенә ҡуҙғал, эйәр минең арттан!” Киттек. Ҡараңғы тамбур буйлап барабыҙ. “Ошонда ата икән был мине,” - тип уйлай-уйлай атлайым. Ишеккә килеп төртөлдөк. Ул уны асҡысы менән асты. “Һыпырт!- тип бойорҙо был. - Мәгәр бөгөнгө хәлде берәрһенә һөйләп ысҡындырһаң, һиңә лә, беҙгә лә - каюк!”
Сыҡтым. “Арттан атырмы икән?”. Атманы. Оло юлға нисек барып еткәнемде, Кемерово вокзалынан нисек ҡайтыр юлға сыҡҡанымды хәтерләмәйем. Оҙаҡ ваҡыт ыҙаланы мине был ваҡиға. Кешегә һөйләргә ҡурҡыта. Тәүәкәлләп, уратып-суратып булһа ла үҙебеҙҙең институттың бер профессорына һөйләнем. Аңлата алманы. Нисек ғалим булып алғандыр...
Абдулла һүҙенән туҡтаны. Илһамдың машинаһына инеп, моторҙы ҡабыҙҙы, тегеһе шыҡ та итмәй, быға буйһондо, гараждың тышына сығып та китте.
- Принимай! - Абдулланың күҙҙәре ҡәнәғәт йылмая, йөҙө лә яҡты. Илһамдың да шатлығы эсенә һыймай. Бына бит! Оҫта оҫта инде. Автомастерскойға барып етергә тура килһә лә, нисәмә көн ығышырҙар ине. Аҙна-ун көн генә үтә ул унда.
- Рәхмәт, Абдулла! Һин дә минең өсөн төнгө мөғжизә булып сыҡтың. Ни хаҡ һорайһың?
- Ҡуй әле!.. Тере яҙыусыны осрат та... Кемгә эләгә ул...Тик... һин шуны әйт, теге минең менән булған хәл нисек килеп сыҡты икән?
Илһам ҡаушап ҡалды. Сәйер, үтә сәйер ваҡиға шул.
- Телепортация! - тине ул терминдың иҫенә төшөүенә ҡыуанып.- Йыһандың беҙгә билдәле булғандарынан башҡа ла ҡөҙрәттәре, үлсәм-үлсәүҙәре бар, тиҙәр.
- Улай тигәндәре булды. Ә логикаһы юҡ микән ни? Мин аңларлыҡ ҡағиҙәһе?
- Ул тиклемен белмәйем шул... Телепортацияға кеше үҙе ныҡ теләп тә, ниндәйҙер тетрәнеүҙәр кисереү арҡаһында ла барып эләгеүе бар тип аңлата физиктар. Ә мин ысынын белмәйем...
- Беләһең һин! Яҙыусылар белмәгән нәмә буламы ни? Фантаст яҙыусыларҙың китабын уҡыһаң, иҫ китә. Беләһең! Ярар, ябай кешеләргә әйтергә ярамайҙыр. Төпсөнмәйем. Бәлки берәр саҡ үҙем төбөнә төшә алырмын...
Илһамға уңайһыҙ булып китте. Үтә ҙурҙан бесә түгелме Абдулла уның образын? Бигерәк һәләтһеҙ итеп тойҙо ул үҙен алтын ҡуллы, ниндәйҙер тәбиғи егетлек һәм әхләҡилек аңҡып торған яңы танышы алдында.
- Егеттәр! Мунса ла, аш та әҙер! - Зөлфирәнең яғымлы тауышы уны күңелһеҙ уйҙарҙан ҡотҡарҙы. Хәйер, бөгөн күргәндәре, ишеткәндәре һәм кисергәндәрен ул онота алырмы,күңеленә көтмәгәндә оялаған кемдеңдер алдындағы ниндәйҙер ғәйеп тойғоһонан ҡотола алырмы икән? Бәлки былар ғәҙәтләнгән үҙ тормошо һәм мөхитенә барып инеү менән юҡҡа сығыр?
...Абдулла уйламаған ерҙән ток аҡҡан тимер сыбыҡтар уратып алған зона эсендә, социаль тормоштоң һәр кешенең дә күҙенә сағылмаған, әммә иң фажиғәле утрауында, йәшәү менән үлем араһындағы ҡыл нәҙеклеген төшөнөп тетрәнгән булһа, Илһам иһә төн шаршауын асып, ябай ҙа, зауыҡлы ла, әҙәп-әхәҡле лә мөнәсәбәттәргә ҡоролған изге күңелле, алтын ҡуллы, тыйнаҡ Абдулланың оло юлдан ҡарт ҡарағайҙар артына йәшенеп, ышыҡланып ултырған ожмах кеүек донъяһына килеп юлығыуын мөғжизәнән кәм күрмәй ине.
Мунса инеп, һалма ашап, сәй эсеп бер булдылар. Илһам, саҡырылмаған ҡунаҡ булыуын онотоп, күптәнге дуҫы менән осрашҡандағы кеүек ҡәнәғәтлек эсенә сумғайны.
Хушлашырға кәрәк. Кисләп тә бара. Хужалар Илһамды йәнә килергә саҡырып ҡалды. “Ауылығыҙ был яҡта булғас, был тирәнән үтмәй булдыра алмайһың, теләгән ваҡытта кил дә ин, “- тип һөйләнде Абдулла. Уның да Илһамдан айырылғыһы килмәй микән? Әллә әҙәп йөҙөнән генә саҡырамы? Ни хәжәте инде Илһамдың Абдуллаға?...
Төнгөлөккә ҡалмаҫҡа кәрәк. Ә төн эсендә нимә генә булмаҫ...
Читайте нас: