ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 21:50

Баш ҡалабыҙҙа халыҡ шағиры Назар Нәжмигә һәйкәл ҡуйыласаҡ

#Ағиҙелжурналы

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә иң яҡшы һәйкәл проектын эшләүгә конкурс иғлан ителде. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдерҙеләр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда яҙыусының 100 йыллығы киң билдәләнде.
Һәйкәлде ҡуйыу урыны – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янындағы майҙан.
Конкурста ҡатнашыуға ғариза, проекттар, график материалдар һәм башҡа документтар Октябрь проспекты, 148 адресы буйынса Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзына 2020 йылдың 30 октябренә тиклем ҡабул ителә. Телефон: 8 (347) 284-42-47.
Положение менән Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас в