– Әйҙәгеҙ, хәҙерге эш тураһында ла онотмайыҡ, шул иҫәптән милли проекттар хаҡында ла. Күп сәбәптәр арҡаһында ҡайһы бер беҙҙең программалар алдағы йылға күсереләсәк, сөнки беҙ уларҙы быйыл тормошҡа ашыра алмаясаҡбыҙ, – тине ул сығышында.
Ул ҡайһы бер милли проекттарҙы күсереүҙән азат ителгән ресурстарҙы дөрөҫ тотоноу, уларҙы кәрәкле урындарға йүнәлтеү тураһында ла әйтте. Рәсәй етәксеһе һүҙҙәренсә, алдағы көндәрҙә был мәсьәләгә тағы ла әйләнеп ҡайтасаҡтар әле.