Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 11:55

Агентлыҡта – яңы етәксе

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Максим Ульчев республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән Максим Ульчев республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Максим Владимирович Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында иҡтисадсы булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Башгазинвест” компанияһында аналитик, Башҡортостан банкында иҡтисадсы, төп иҡтисадсы, баш иҡтисадсы, бүлек начальнигы булып эшләй.
2007 йылда – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2007 – 2009 йылдарҙа – Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары.
2010 – 2020 йылдарҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының генераль директоры була.
Читайте нас: