Яңылыҡтар
19 Мая 2020, 06:37

Владимир Путин: Рәсәй — айырым цивилизация

#ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙе ҙур ил генә түгел, ә тулы цивилизация тип һанай һәм уны һаҡларға кәрәклеген билдәләй.
Дәүләтебеҙҙә бик күп мәҙәниәттәр, диндәр, традициялар бар. "Был, ысынлап та, айырым цивилизация", - тип өҫтәй Путин «Россия 1» телеканалында "Мәскәү. Кремль. Путин" программаһы өсөн интервью биргәндә. Ул цивилизацияны һаҡлау өсөн юғары технологияларға һәм артабанғы үҫешкә баҫым яһарға кәрәклеген билдәләне. Башҡа илдәрҙең ғәмәлдәрен дә күҙәтергә, шулай уҡ үҙебеҙҙең нигеҙҙе файҙаланырға, ҡаҙаныштарыбыҙҙы тормоштоң төрлө тармаҡтарына индерергә кәрәк.
"Яһалма интеллект, пилотһыҙ техника, генетика, медицина, мәғариф – илебеҙҙең үҫешеүе өсөн нигеҙ ошо буласаҡ", - тип билдәләй Владимир Путин.
#ВладимирПутин
Читайте нас