Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 11:10

Дауаханаларға заманса йыһаз килтерелде

#ВладимирПутин

“Һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы” төбәк проекты нигеҙендә республиканың 120 медицина ойошмаһы 1901 күп функциялы йыһаздар алды. Әлеге маҡсатлы эш Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашты.
Барлыҡ алынған ҡоролмалар Республика медицина информацион-аналитик системаһы менән эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренең автоматлаштырылған эш урындарына тоташтырыла.
Заманса йыһаздар дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа медицина персоналының эш процессын оптималләштерә, ваҡытты экономиялай, төрлө белешмәне тиҙ арала баҫтырып сығарыуҙы тәьмин итә”, – тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: