Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 13:57

Юл хикмәттәре. Сабир Шәрипов

Түбәндәге лаҡапты ишеткәнегеҙ бармы? ...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡкан сабырһыҙ бисә иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза...Әмәлгә таянғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта «алкаш»ты.

ӘҘӘМ ТӨҪЛӨ “ЭТ”
Түбәндәге лаҡапты ишеткәнегеҙ бармы? ...Имеш, эсеүенән буйтым ялыҡкан сабырһыҙ бисә иҫерек ирен ауыл осондағы юл сатына сығарып һала. Йәнәһе, күҙенә лә күренмәһен, эт урынына эйәртеп алып китһәләр ҙә риза...
Әмәлгә таянғандай, йүнсел генә бер тол ҡатын һөйрәкләп алып ҡайта «алкаш»ты. Ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, тиҙ арала әҙәм төҫөнә индерә «эт»те һәм һәүетемсә йәшәй ҙә китә былар. Тәүге ҡатыны кире ҡайтарырға маташа ла бит, юҡ шул, яңы йәмәғәте яҡын да килмәй, тиҙәр, өҫтәүенә, әмәлен дә өйрәткән әле көндәшенә:
– Юлдан эҙләйһең инде, юлдан...
КИРЕ БОРОЛҒАН
Педучилище тамамлаған бер ҡыҙҙы беҙҙең яҡҡа уҡытырға ебәрәләр. Ағаһы мотоциклда илтеп ҡуйырға була. Август уртаһы, ҡойма ямғырҙан һуң юл үтә батҡыл, һырттан китә былар. Юлдары ҡаялы тау һыртында өҙөлә. Аҫта ыҡсым ғына ауыл, өйҙәре төҙөк тә, электр бағаналары күренмәй.
– Ҡуй, һеңлем, – ти ағаһы. – Ҡайтайыҡ кире, бынау йәһәннәм соҡоронда уҡытмаған өсөн башыңды ҡырҡмаҫтар әле.
Яҙмышындағы ошо «боролош» хаҡында һөйләгәйне бер таныш ханым, минең ҡайҙа тыуып үҫкәнемде һиҙемләгәс.
Читайте нас: