“Беҙ ғаиләнең бер ағзаһына тура килгән килем йәшәү минимумынан түбәнерәк булған мохтаж ғаиләләр 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға түләү рәсмиләштерергә мөмкин тигән ҡарар ҡабул иттек. Быны 1 июлдән түгел, ә 1 июндән эшләргә кәрәк. Иғтибарҙы шуға йүнәлтәм, бындай түләүҙәр, Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәнсә, быйылғы йылдың башынан алып иҫәпләнә. Шулай итеп, июнь айында уҡ ғариза биреп, ғаилә ағымдағы йылдың беренсе яртыһында тейешле аҡсаларҙы бер тапҡыр аласаҡ”, - тине Президент Владимир Путин санитар-эпидемиоголик хәл мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. Ул асыҡлауынса, был – һәр балаға уртаса 33 мең һум.