2018 йылдың көҙөндә Владимир Путиндың указына ярашлы тормошҡа ашырылған «Демография» милли проекты сиктәрендә Әлшәй районында 150 миллион һумлыҡ бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башланы.
– Комплекстың дөйөм майҙаны – 3087,4 квадрат метр. Бинала 25 метрлы дүрт юллы бассейн бар. Шулай уҡ спорт залы, кейенеү-сисенеү бүлмәләре, вестибюль төркөмдәре һәм башҡа өҫтәмә бүлмәләр ҡаралған. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, объект барыһы өсөн дә асыҡ буласаҡ: бассейн өсөн гидравлик күтәргес ҡаралған, пандустар урынлаштырылған, – тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Дәүләт төҙөлөшө һәм архитектура комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Спорт объектын ваҡытынан алда төҙөлөп бөткәндәр. Төҙөлөш эштәре тамамланған, спорт йыһаздары ҡуйыла. Эпидемия тамамланғас та ФОК-ты асыу тантанаһы үткәреләсәк.
#нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан