«Был сағыу еңеү мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейына лайыҡлы бүләк булыр. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Беҙ 2000-дән ашыу тауыш йыйҙыҡ», — тип белдерҙеләр 1-се балалар музыка мәктәбендә.
Рәсәй Федерацияһы Тармаҡ лидерҙары – мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт ойошмалары өсөн асыҡ конкурс. Конкурста мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә һәм һөнәри белем биреү ойошмалары, башҡа мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт ойошмалары ҡатнаша.