Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 17:53

Эшһеҙгәрим. Хикәйә

Электән яратҡан бер ятыуға етһәм, күрәм: ҡырсында —йәшел «Нива», сирәмдә ике буржуй ҡырын ятып мәжлес ҡорған. Ҡармаҡтарын, ауҙарын, хатта мылтыҡтарын тырам-тырағай быраҡтырғандар. Сүрәгәй өйрәк йолҡҡандар, дуплет менән атҡанды ишеткәйнем. Туҡта, мәйтәм, ҡыҙыҡ итәйем: тапҡырҙарына еткәс һелтәп ебәрҙем тирәк тамыры һерәйгән болаҡҡа — һуҡты ауыҙын крокодил балаһылай асып, елле генә балыҡ эй ҡаршылаша, эй дулай. Бушата бирәм дә катушканы, тағы өйрөлтәм, үҙем юрамал теге отдыхающийҙар эргәһенәрәк тартылам. Маҡтанғы килә шул ҡай саҡ ят күҙҙәр алдында. Сығарғанда уҡ һиҙҙем — дөңкөлдәп ҡапты, моғайын, йәшәмеш алабуғалыр, йә елле судактыр тигәйнем, ысынлап та, ике килолай һыла имеш. Һирәк балыҡ беҙҙә. Рюкзағыма тығып торһам, ярҙан ишетәм:

Алыҫ командировканан ҡайтып килешләй машинабыҙ сығынланы. Өндәшмәҫерәк водителгә яҡындағы ауылда туҡтарға кәңәш бирҙем. Ике-өс юл саты киҫешкән ерҙә шиномонтаж-фәлән барҙыр, тип тә өҫтәнем.
Бар икән, туҡтаныҡ. Берәй сәғәткә һуҙылмаҡсы ремонт мәшәҡәттәре. Ваҡыт уҙғарыр өсөн ветровкамды беләгемә элеп, яҡын-тирәне байҡап әйләнергә ниәтләнем. Таныш күпер... Эргәһендәге ятыу ҙа таныш. Ҡасандыр бер йәй, юлда эҫергәнеп, шунда тәс-тәс сумып сыҡҡан хәтерҙә. Әле — май аҙағы, һыу һалҡынсараҡ, ну, нисауа, бирешмәм, сайынайым әҙ-мәҙ.
Ә юҡ, «Волга»ны ҡараштырғанда автослесарҙан таныш-тоноштарҙы белештем дәһә тәүҙә. Элекке фермала ҡасандыр күрше ауылдан күсеп киткән ҡоҙа тейеш уҙаман йәшәй ине — вафат икән. Артыҡ дуҫ күрмәһәм дә, участковыйҙы һораштым. Йәшлегендә ул, минән аҙаҡ педучилищела уҡытыусылыҡа диплом алып, комсомол саҡырыуы буйынсамы, милиция хеҙмәтенә юлыҡҡайны. Отставкала, имеш, райүҙәктә йәшәй, бындағы йортона йә ялға, йә аҙна араһында баҡсаһын һуғарырға ҡайтҡылай, ти хәҙер.
Күпергә еттем, тик оҙаҡҡа туҡтаманым. Ҡайҙа ла шыптыр тоҡсайҙар, ҡағыҙ ҡаптар, шешә-мешә... Үткән-һүткән машиналар, ығы-зығылы ҡаланы иҫкә төшөрөп, дөмбөр-дамбыр йәнгә тейә. Өҫкәрәк күтәрелдем, кем нисектер, тура килһә, бала саҡтан уҡ ағында, хатта ки шарламала, һыу инергә яратам. Ә унда, ауыл ситендә, нәҡ шаршы шәйләнә. Кемелер ҡармаҡ һалып торамы?
  • Һаумы, дуҫҡай, ҡабамы?
  • — Ажаучиктар эләгә... – Туғыҙ-ун йәшлек тәбәнәк малай, танырға теләгәндәй, миңә төбәшеп ҡарай.
    – Ә бәрҙе? Суртан? – Үҫмер йылдарҙы һағынып, ҙурҙан ҡубам һәм көтөлгән яуапты ишетәм. — Ололар һөҙә лә бөтөрә шул. Апа*, кемгә килдең?— Ауыл балаһы «һеҙ»гә өйрәнмәгән, әммә тауышы әрһеҙ түгел, шуға ипле генә үткенсе икәнлегемде әйттем.— Ремонтҡа туҡтаныҡ та...
    Сайынып алырға булдым.
    – А-анауҙа өйрөлмәк муйынға етә.
    – Кемдекенә етә? – Шаяртҡанды һиҙеп, малай ҙа ирәбеләнде: Минеке-нә-ә!
    Ысынлап та, буръяғыраҡ һыу апаруҡ һыуыҡ, шуға сөмәкәйҙә оҙаҡ шаптырламаным. Өйкөм генә томбойоҡ араһында сисенгәйнем, шунда кире йүнәлдем. Ҡырсындан яй ғына атлайым. Күрәм: өйкөм таллыҡта еңел һөйәкле ир заты бәләкәйерәк шешә ауыҙынан һәләт кенә ниҙер һемерҙе лә, еңелсә көйшәнеп, бер ни булмағандай, дәү генә йәйпәк таш өҫтөнән балыҡсылаған малай тапҡырына сүгәләне һәм тәмәке борҡотоп ебәрҙе. Кейендем дә ветровка кеҫәһенә һалып торған сәғәтемә баҡтым — ваҡыт яй үтә.
    Кейенде лә, китте хушлашмай ҙа, тимәһен өсөн, малай эргәһенә етеп боролорға ниәтләнем.
    * Апа — атаңдан ололарға өндәшеү (Тамьян һөйләше).
    — Прив-э-эт, абзый!— йәше уҙып барған егеткә йылғыр һорғолт күҙҙәре менән ныҡ ҡына төбәлеп сәләмләгәс, үҙем дә ихлас ҡына яуапланым. — Әс-сәләм, туған. Һыу инеп, еңеләйеп алдым әле.
    — Минән старшы кеүекһең... Әллә берәйҙе йотаһыңмы? Шпи-ирт бар миндә... — уйлап әйттеме, уйнап әйттеме, абайламаным, ҡәтғи генә баш һелктем. Тәмәке лә тәҡдим итте, мин үҙемдекен ҡабыҙҙым; һорамай-нитмәй, о-о, шәп, тип, был да минекен ҡаптан сырт сиртеп кенә сығарып тоҡандырҙы. Бармаҡтарының һыртына тыуған йылы – «198...» татуировкаланған, беләгенә ҡаялағы яңғыҙ ҡарағай һынландырылған түгелме? Күргән кеүекменсе. Бәй, әлеге ауыл осондағы ташлы битләү мороно лаһа, ана ултыра ҡарағайы еләҫкә еңелсә бәүелеп. Уңып бөткән йәшкелт футболка кейгән егетем сигәрит төпсөгөн, эйәген һоноп, малайҙың ҡалҡыуысы уйнаҡлаған тобаға өрөп елгәргәйне, йәлпәшкән төпсөктө ялт та йолт ажаусыҡтар сирткеләне.
    – Бир әле, бездельник, үҙемә... Селәүеңде әпир..... — Малай быға хан заманғы муйыл ҡыуалын тотторҙо.
    Һап-ап — апаруҡ сабаҡ, һо-оп — сиректәй ажау. Оҫта-а! Китергә уҡталған ерҙән мин дә бер аҙға туҡтаным. Малайҙы һөйөндөрөп, егет балыҡтарҙы уның аяҡ аҫтына ырғытты. Шул саҡ шарламанан өҫтәрәк кер сайҡарға әҙерләнгән ҡатындың тәүҙә ҡарлыҡҡаныраҡ тауышы ишетелде, шунан ҡул иҙәгәне шәйләнде: «Ҡайт, Рә...»... Әллә Рәмис, әллә Рәлис тине, бөткәнме хәҙер яһалма исем. Малай теләр-теләмәҫ кенә саҡырған яҡҡа шылырҙан алда: «Ҡармаҡты ошонда йәшерегеҙ» — тип кесерткән ҡатыш алабута сатырына ымланы. Йәшерегеҙ, тине шул, гүйә мин юлаусы ла — эшһеҙгәрим. ...Ошо һүҙ иҫкә төштө ҡапыл ғына, уны тик минең йәнтөйәктә генә әйтәләр, буғай. Мәғәнәһе — эшһеҙ ҡаңғырған йоҡа елкә. Әйтәгүр, ауылымда борон Кәрим исемле үтә ялҡау йәшәгән. Яңғыҙ әсәһе бай ғына булған, ҡустылар (ялсы, батрак) тотҡанмы, әлләсе.
    Тиҙҙән балыҡсы «бындай пүстәкте...» тип төкөрөндө лә, ҡармаҡ һабын эйәһе әйткән урынға һалды һәм йәлләткес юҫыҡта инәлергә кереште.
    • Абзый, ней, бер пивалыҡ ҡына бир әле. Баш зәңкей...
    • – Хәйерсене теләнсе талаған тиҙәрме? – Көлөмһөрәп ебәрҙем.– Төҙәттең дәһә әле генә .
      — О-ох, абзый, күҙең шә-әп! Етмәйерәк ҡалды шул... Кисә...
      — Көп-көндөҙ эсеп йөрөмәһәң?! — Һуҡранған булдым, үҙем уйландым: «Әллә бирәйемме икән? Ветровка кеҫәһендә әҙ-мәҙ һумдар барлығын һиҙенәлер был...».
      — Ней, абзый, почтанан һалырмын. Йә икенсе тапҡыр һуғылырһың, а-анау ҡарағайға яҡын өйҙә торам. Оҙаҡламай арыу ғына кәсеп сыға. Алла бойорһа.
      — Алҡашҡа әйләнәһең дә былай! — тинем асыулы итеп, ниңәлер үҙен ҡапыл ғына яҡын энемдәй күреп. Ыңғайҙан беләгендәге һүрәттәргә лә һарыуым ҡайнағанды белгерттем.—Алла тиһең, ә бит мосолмандарҙа тәнгә һүрәт төшөрөү — оло гонаһ. Етмәһә, энә төртөп...
      — «Зэк» бит мин, абзый... Уйламағанда бәләгә тарылды. Балыҡҡа ғына барған ерҙән, йә... — Хәбәрен раҫлар өсөн исемен дә белмәгән әҙәм нәҙек, әммә ярайһы тарамышлы беләген һелккеләне. —Зоналағы художество, так што...
      Тик торғандан ләпелдәргә кереште был. Әйтәгүр, еренә еткереп, хатта ки тәмләп һөйләй. Ирекһеҙҙән туҡталдым, ҡабат тәмәке ҡабыҙҙыҡ.
      — Катушкалы ялтырмаға мастер мин. Алты йыл элек... Велик менеп елдерҙем туранан, өс бөгөл аша барып төштөм Иҙелгә. Баландың сәскәле сағы. Суртандарҙың ҡайҙараҡ ятҡанын тоям бит инде. Һелтәүем була ялтырманы ҡамышлы йә күрәнле сөмәкәйгә — ха-ап! — теге ялт-йолт үрәпсей ҙә, һөйрәп тә сығарам. Кило ярымдай берәүһенең арҡаһына тройник үҙенән-үҙе ҡаҙалды...
      «Булғылай... — тынымды тәрәнерәк алып, хискә бирелдем. — Балан сәскә ҡойғанда суртандар ҡомһоҙлана шул, ялтырма һыуға төшөр-төшмәҫтән уҡтай атлыға...«. Диҡҡәтләнеүемде һиҙгән хөрәсән, ҡулын болғай-болғай, бытылдығын сыға.
      — Электән яратҡан бер ятыуға етһәм, күрәм: ҡырсында —йәшел «Нива», сирәмдә ике буржуй ҡырын ятып мәжлес ҡорған. Ҡармаҡтарын, ауҙарын, хатта мылтыҡтарын тырам-тырағай быраҡтырғандар. Сүрәгәй өйрәк йолҡҡандар, дуплет менән атҡанды ишеткәйнем. Туҡта, мәйтәм, ҡыҙыҡ итәйем: тапҡырҙарына еткәс һелтәп ебәрҙем тирәк тамыры һерәйгән болаҡҡа — һуҡты ауыҙын крокодил балаһылай асып, елле генә балыҡ эй ҡаршылаша, эй дулай. Бушата бирәм дә катушканы, тағы өйрөлтәм, үҙем юрамал теге отдыхающийҙар эргәһенәрәк тартылам. Маҡтанғы килә шул ҡай саҡ ят күҙҙәр алдында. Сығарғанда уҡ һиҙҙем — дөңкөлдәп ҡапты, моғайын, йәшәмеш алабуғалыр, йә елле судактыр тигәйнем, ысынлап та, ике килолай һыла имеш. Һирәк балыҡ беҙҙә. Рюкзағыма тығып торһам, ярҙан ишетәм: «А ну-ка, браконьер, поди сюда!»— бармаҡ бөгөп кенә саҡыра бит билгә тиклем шәрә бүгәй. «Улов конфискуем! Знаешь, кто я? Челябинский... опер... убой...» Аңғарманым, оҙон әйтте, ышанмаһаң, тигәндәй, кабинаһының эстән элеүле майор формаһынан ҡыҙыл танытмаһын һурып тышын ғына күрһәтте лә, ҡупая биреп, кире тығып ҡуйҙы. Күҙлекле, сибек кенә иптәше тыйып та ҡарай, быныһы ыжламай ҙа.
      — Вәт нахал! Вәт тәртип вә хоҡуҡ һалдаты! — Үҙем дә һиҙмәҫтән, йәмһеҙ ваҡиғаның шаһитылай булғандай баш сайҡауым булды, әкрен генә йәнәшләгән «зэк» бөтөнләй туҡраны.
      — Ана шуға йәнем көйҙө: — допрос алғандай һаман төпсөнә. Нимә эшләп йөрөйһөң? Был бит – запретзона, ти. Бутала буйтым, аяғы — бында, аҡылы — Силәбе яғында шәт. Һеҙҙең менән ваҡыт әрәм иткәнсе тип янтая башлағайным, арттан тағы һөрәнләй был: «А ну вернись, падла, оставь улов!» Китер ҙә инем, ҡушкөбәгенә патрондар тыға был. Берәүһен һауаға сәпәне — шауҙырап картечь яуҙы ятыуға. Ҡуянмы ней мин теләһә кемдән шөр ебәреп ҡасырға? «Падла» ти бит, етмәһә, коренной башҡортҡа! Кире барҙым да, штурмовканың иҙеүен сисеп, түш кирҙем: «Стреляй, фашист!»...
      Мин тын да алмай тыңлайым.
      Егетем миңә күҙ һаламы – юҡмы, һуҡмаҡ ситенән ҡыу көпшә һындырып алды ла, ҡапыл татуировкалы күкрәгенә терәне.
      — Бына ошолай торабыҙ, братан, ғәфү, абзый. Теге бүгәй бәүелә-сайҡала курогын инде ултыртҡайны — тарт та ал мин пушкаһын — и рас ҡына үҙенә төбәнем. Ҡурҡмай, сволочь, айнығып киткәндәй, кабинаға яурыны менән терәлде даже. Пистолетын һәрмәй иш-ишу. Кем өлгөр? Үлге килмәй, кәнишне. Шунан ни, деү-ү елкәһенә. Торған килеш йән бирҙе...
      Өндәшмәйем, зиһенде берауыҡ көфөр уй биләне: «Йәтеш иткәнһең, маладис!» Мәгәр был фекер нисек тиҙ керһә, шулай тиҙ осто.
      — Яшыҡ иптәше трусиктан ғына килеш шыптыра ғына урман яғына. Атайым артынан, тип сүкәйгәйнем — сырт ҡына итте бая бүгәй начальнигы һауаға атҡан көбәк. Шунан ни, яһауһыҙ ҡоралды мылтыҡты ситкә быраҡтырҙым. Торам өңшәйеп... Яртылаш бүҫкәргән араҡыларын ғорлаһынан һемергәс, ярты кәүҙәмде бер аҙ һыуға тығып торҙом имеш әле. Нисектер тынысланған кеүек тә булдым.
      – Дә-ә – тип ҡуйған булдым ни әйтергә белмәй. Теге ҡабаланып дауам итте.
      – Нишләргә? Тау аша аңҡы-тиңке атлап, күрше ауылға барҙым. Апайым йәшәй унда. Еҙнәм, элекке уҡытыусы, өйҙә ине, уха бешерттем. Тамаҡҡа бармай... Әҙерәк эсергәйне, вис кенә һөйләп бирҙем тегеңә.
      — Еҙнәң нимә тине инде? — Күңелдә ниндәйҙер йәлләү тойғоһо яралды.
      — Сдавайся, тине, ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр, тине. Тыңланым пенсионерҙы, — ә мин, маладис, ҡартлас, дөрөҫ эшләгән тип уйланым. – Клубҡа инеп, звонить иттем райотделға. Тиҙ үк алып киттеләр. Бығаулап... Күҙлекле Һонтор, баҡһаң, мин киткәнсе ағас араһында боҫоп ултырған да, рациянан шылтыратҡан икән. Эй, абзый ел — ағас башынан, бәлә — әҙәм башынан...
      — Ярай һуң, һөйөнөп йәшә, иҫән-һау ҡайтҡанһың...
      Әңгәмәсем, мине китеп барыр типме, баяғы йомсошон хәтерләтте. — Йә, абзый, һорағанды бир ҙә — үпкәләштән булмаҫ.
      — Күрмәгән-белмәгән ҡустыға аҡса тоттороу әллә нисек тәһә. — Ыуаландым, икеләндем. —Өфөлә бер актер йәшәне. Эс-бауырға инеп, күҙгә ҡарап йә, бар бит кеҫәңдә, бар, һаранланма, һиндәй аҫыл ирҙе һыҡмырлыҡ биҙәмәй, ти торғайны. Ул, исмаһам, талант ине. Ә һин — хас... ас күгәүен! – Нәҡ шунда яланғас терһәккә ҡунырға маташҡан ат күгәүенен сос ҡына сиртеп осорҙом. «Зэк» та аптырап ҡалманы, йәһәт кенә һүҙен ялғаны.
      • Аҙағын тыңла, абзый, бөтмәне әле...
      • Бармаҡ һырттарындағы күкшел һандарҙан йәшен самаланым: йылдан.... мең дә ун... мең туғыҙ йөҙ һикһән... алһаң, егерме ете йәш була. Армияға ла саҡырмай торғандар зэктарҙы. Йәл... Асыҡ-ярыҡ ҡына бит әле үҙе.
        Ҡотолоп булмаҫ һинән, тигәндәй, сәғәткә ҡараным да, сватырлы муйыл күләгәһенә баҫып, тегенең хәтәр хәтирәләрен күҙ алдына баҫтырырға тырыштым.
        — Фи-и, ете йыл ғына бирҙеләр. Самооборона, сүтәки. Теге мент үҙе погонлы әүермән булып сыҡты. Взятканы ҡайырған ғына! Ҡатынын, балаларын туҡмап йәшәгән. Шулары ла судта түлке яманлап показание бирҙе. Ә-ә... теге очкаригы мине яҡлашҡандай итте. Әгәр башкирец – мине әйтә – майорҙың мылтығын тартып алмаһа, үҙенең йәне ҡыйылыр ине, кем белә, свидетель булараҡ, үҙе лә расходҡа... Сөнки аҙаҡ майор, былар бер-береһен бах-бах иткән һымаҡ эшләр ине. Запрысты... Срогым бөткәс, юлым Силәбе аша уҙҙы. Туҡта, мәйтәм, майорҙың супругаһына инеп сығайым, тинем. Адресы ныҡ иҫтә ҡалғайны суд барышында. Таптым, арлы-бирле күстәнәс һондом! Әйҙүкләмәне лә, ҡыуып та сығарманы. Шунан ни дачаһына киттек бының. Камин-фәләнен, электр-маҙарын рәтләнем, уны-быны соҡоном.
        Камины да булғас, бай ғыналыр дачаһы? – Исем өсөн генә һораным быны.
        — Буржуйский донъя, тик ир ҡулы етмәгәне беленә. Һый мул, мунса... Аҙаҡ хәзәйкәм менән... Аҫҡа ла, өҫкә лә һалып... Киноларский! Ғәфү, абзый, артығын ысҡындырҙым, шикелле.
        Ҡолаҡҡа элмәнем, шулай ҙа сытыйып, унан бигерәк, шикләнә яҙып ҡуйҙым, ә ләпелдәк ҡустыҡайым хыялланып алды.
        – Яңыраҡ хат яҙып ебәргәйнем, ныу-у ҡыуанған, саҡыра-а...
        – Һуң?.. — Йәнәһе, нәмә көтәһең, ниңә китмәйһең тимәксе инем, күпер ауыҙында машина бипелдәне һәм таныш сигнал мине ҡабаланырға, ят ҡустыны ла өтәләнергә мәжбүр итте.
        – Ней, абзый, һаранлыҡ... биҙәмәй тигәйнең үҙең? Уфимскийҙар йомарт була торған...
        – Дә-ә? Ҡай әбсәң әйтте быны?— Уфылдап-ухылдап ветровка кеҫәһендәге ике-өс унлыҡты, тинлектәрҙе ҡырып-һепереп усына йомдорҙом.
        – Ней, абзый, икенсе юлы әбизәтельне бирәм, йәме. Осрашырбыҙ әле, ғүмер булһа...
        – Осрашырбыҙ, һиндә йомош та бар әле минең. — Ниндәй йомош икәнен төшөндөрмәнем, әлеге лә баяғы, һуңғы осор ярайһы ишәйә барған эшһеҙгәримдәр, асарбаҡтар, теләнсе-фәләндәр хаҡында берәй нәмә сыймаҡлау теләгенән әйтеп ташланым: ниңә яҙмаҫҡа? Улар ҙа кеше ләһә, улар ҙа замана геройы, дөрөҫөрәге, әҙәби герой була ала.
        * * *
        Минән күрмәксе, шофер дуҫым тиҙ-тиҙ генә яҡындағы бөгөлдә сумып-сайынып сыҡты.
        Күперҙән эшһеҙгәримдең йүгерә-атлай ауылға йырбандауын шәйләнем. Яңы юлдарҙың ауыл уртаһынан уҙғандары ла осрай. Ҡурҡыныс. Әҙәм балаһына ла, йорт малына ла. Бынан асфальт ауылға инмәй, осонан, өҫтәүенә яңы күперҙән уҙа. Яҡшы, тик баяғы «күгәүен»дән биҙрәп, тамаҡ ялғау хаҡында онотоп ебәрелгән. Үҙемдән бигерәк, водителде ҡайғыртыуым. Ярай, алдараҡ юл кафеһы бар, буғай.
        Бәй, шунда етәрәк, юл патруле «Волга»быҙға туҡтарға бойорҙо. ...Редакция машинаһымы? «Ҡымыҙ»ныйҙа өс-дүрт минут көтөүегеҙҙе һорайҙар. — Эйәк ҡаҡтым, ә лейтенанттың миңә итәғәтле өндәшеүенә ғәжәпһенгән водитель мөңгөрҙәп ҡуйҙы: «Йылмайып һөйләшәсе...» Өс-биш минут...
        Әҙ-мәҙ шөбһәләнһәм дә, элекке участковыйҙың «этлегелер» тип тә юраным. Ике-өс йыл элек, отставкаға оҙатылыр алдынан, гәзиттәрҙең береһендә уның хаҡында яҙылған һүрәтләмәнең — әлбиттә, ул шау маҡтауға ҡоролғайны — ташҡа баҫылыуын тиҙләтеү буйынса тел ярҙамым тейгәйне, бәлки, шуны онотмайҙыр.
        Юрағаным юш килде. Арлы-бирле заказ биреп, буш өҫтәлдәрҙең ҡарағай йәйеге күләгәләгәненә терәлеп тә өлгөрмәнек, күк инормаканан ашығыс төшөп, йәшлектәге һабаҡташым килеп күреште. Күлдәксән, яңы бейсболкала, барсетка тотҡан. Ҡәнәғәт сырайлы, тулы кәүҙәле— олпатланған, тоталҡаһын юғалтмаған да кеүек. Бары тик һүҙсәнләнгән һымаҡ.
        – Гаражды асып торһам, күршем әйтте: уфимскийҙар һине шиномонтаждан һорашты. Яңы ғына, ти. Хәтерләп ҡалған номерығыҙҙы, организацияғыҙҙы. Һиндер, тинем. Посҡа шылтыраттым: Өлгөрһәм, күреп ҡалырмын, өлгөрмәһәм, ҡымыҙ апҡайтырмын...
        Беҙҙекенә, өҫтәп, өс шешлеккә, яртышар ҡымыҙға заказ бирҙе был. Оҙаҡларға иҫәп юҡ ине лә, йәйелеп ултырырға тура килде. Теге ҡымыҙҙы маҡтай, мин өндәшмәйем. Шыйыҡ, артый башлаған... Дала ҡымыҙына етмәй барыбер. Табында байтаҡ гәпләштек, ә водитель, әҙ-мәҙ ял итер өсөн дүрт ишеге лә асыҡ кабинаһына сумды.
        • Өй бар бит ауылда. Баҡса...
        • Ауылда... Көтмәгәндә иҫләнем бит баяғы «зэк»ты.
          – Детективҡа әллә ни барымым юҡ, сүтәки фәһемле сюжетҡа юлыҡтым, буғай. Геройы — һинең ауылдаш. Икенселәй алдан килешеп, һиндә ҡунып сығырға тура килер микән? Командировка эләккееләй ул...
          – Һыпыртайыҡ һуң кирегә, короче, ҡаты «ҡымыҙ» ҙа бар. Китабыңды алып уҡыным, шуларға автограф сыймаҡларһың... Маҡтанырмын...
          – Бөгөн түгел.
          Хәбәремдең айышына төшөнмәҫ борон уҡ ихлас ризалашты, шунан ғына мин бая шарламала осратҡан егетте белеште.
          • Кем һуң фамилияһы?
          • – Әлләсе... Фамилияһы түгел, исемен дә белмәйем. Рәхмәт һыйыңа, әпәр итәйек.
            — Ҡулйыуғысҡа ыңғайланыҡ. Ҡайҙа тап иткәнемде ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем, зэктың аҡса теләнселәүе хаҡында ваҡланманым. — Бер мафиозникты, биғәйбә, һинең чиндағы ментты атып йыҡҡан. Дөрөҫө, мәжбүр булған. Ете йыл ултырған, буғай.
            Отставкалағы майорҙың ҡараштары теремекләнде, гүйә, булмышында эҙәрмәнлек елкенеүе ҡабынды.
            — Сла-б-о-о! Ә портреты нисегерәк!
            • Ҡаҡса, метр етмеш тирәһе, ҡарасманыраҡ йоморо битле, ҡоңғорт күҙле. Ҡулымды сайған арала юбармаҡтарында...
            • Кем икән, беҙҙә зэктар юҡ, ай-һай...
              «Абзый, ғәфү» тип таҫма телләнә. Бармаҡ һырттарына тыуған йылы тат... тат...уировкаланған. Эшһеҙгәрим инде бер.
              – Һи-и, исеме улай түгел, — эшләпә күңелсәнләкде, көлөмһөрәп миңә таҫтамал һондо. «Эшһеҙгәрим» һүҙен исем тип уйланы, ахырыһы, үҙе лә мыҫҡыллыраҡ атамалар тапты. — Фу-у, хөрәсән, ну-у алдарбай! Профтехучилищела уҡып йөрөгәндәме, горыдтан отдыхающий ҡарттың резин кәмәһен урлаған. Төндә, үҙе һымаҡ шалапай менән. Йәй ине, ошолай... Ул саҡ сборҙа инем, ҡайтыуыма быларға «дело» асҡандар...
              Инде мин «фу-у»лап ебәрҙем, хатта әҙ генә ситкәрәк тайшандым. Валлаһи, үҙемде ауыҙынан тәмле кәнфите тартып алынған ыштанһыҙ малай халәтендә тойҙом. Хәлемде аңлағандай, элекке участка инспекторы хәбәрен осларға ашыҡты. Шоферыбыҙ иһә ишектәрҙе тауышһыҙ ғына яба ине был мәлдә.
              – 1-2 йыл колония, йә условный ала ине, атаһы теге ветерандың, короче, бывший «силовик»тың, бал-май бирепме, күңелен күргән.
              – Татуировка...
              – Тә-әк, Магнитка домнаһына йөрөштөрҙө, буғай. Ятаҡта йәшәһә, әллә кемдәр менән аралашһа, татуироовка ла ҡаҙатҡандыр. Кстати, һине әүрәткән «героик фантазияны» берәй бывший зэктан ишетеүе бик тә ихтимал.
              – Әле нисек, эшләйме? Өйләнгәнме?
              – Юҡ шул, эше лә, кәләше лә юҡ. Иртәрәк китте атаһы, ярты йәтим үҫте. Егерме етеләргә етәлер... Бер күҙгә зәғиф әсәһен ҡарай инде былай, һүҙ юҡ. Пенсияһы арыу, шикелле, ғүмер буйы доярка булды. Күҙен һыйыр һөҙгәнме... Ике ҡыҙы ҡырҙа, үҙҙәре семьяға батҡан...
              – Әсәһен ҡарағас, яҡшы. Ҡарамағандар ҙа күбәйә хәҙер... — Машинаға табан яй ғына атланым. Минең ыңғайға оҙатыусым да ауылдашын ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлап ташланы.
              – Оҫта үҙе, суҡынғыр. Ул телевизор, ул быттехника — йүнәтә лә бирә. Ҡарт-ҡоро ни, буш итмәй, һыйлап та ебәрәләр. Короче, яратҡаны бар, яратмағаны... — Әһә, мәйтәм, һыу буйында ҡармаҡсы малайына ҡул болғаған ҡатынҡай «яратмаған»дар иҫәбенә керәлер, буталмаһын, әйҙә, улыҡайы уғры яманаты сыҡҡан эшһеҙгәрим тирәһендә, тигәндер. — Телгә лә шыма. Бәғзе писәтелдәр кеүек, фальшивканы ла булдыра! Короче, дөйөм фекер йөрөтөүем...
              Ҡасандыр шиғырҙар яҙғылаған әшнәмдең бындай ғына фекер төйнәрлек, хаҡы бар ине, әлбиттә. Танышым бер аҙ элекке һөнәренә ҡупайып ҡуйҙы. – Һы-ы... Ментты үлтергән өсөн ете йыл ғына бирмәҫ ине. Власть вәкиленә ҡаршылыҡ күрһәтеү, ишшу үлтереү бөтә имлдәрҙә строго карается.
              Йылы ғына, йылдам ғына хушлаштыҡ. Килде-киттеле әлеңге әңгәмәнең шауҡымы зиһенендә һаман зиңкегәндерме, көтмәгәндә, ә юҡ, кәрәкмәгәнгә эшләпә уйынлы-ысынлы мин исемен дә белмәгән, тик ни ғилләһе менәндер күңелемә яраған ауылдашын ҡабат телгә алды.
              • Иманын уҡытайым маңҡаның, бөгөн үк... Кешене һемәйтергә оҫтарып бара, короче...
              • Бүлдерҙем үҙен, ҡапыл ғына башыма һуҡҡан уй-тәҡдимем менән уртаҡлаштым:
                — Короче, улай итмә, ярамай улай. Һис зыяны теймәне миңә. Иманын уҡытҡансы, никахын уҡыт: үҙенән уҫалыраҡ кәләш әпиреш. Ҡатын-ҡыҙ ҡарамаҫлыҡ түгел дәһә?! Көлмә, көлмә...
                — Көлмәйем. Әсәһе лә әйтә, ти, килен-маҙар апҡайтһа, иҫке өйҙә йәшәрмен, тип. Эйе, дворҙарында — ике өй, атаһы мәрхүм ошо улына яңы йорт күтәргәйне. Сыбыҡ осо затлығы бар ине миңә ул ағайҙың.
                Шәп сатирик йә әртис сығыр ине ҡустыңдан. Йәл... Рәхмәт, туған, хуш-һау әлегә
                — Пока. Икенселәй тукҡталһаң, үҙеңә йөҙләгән сюжет барлап ҡуям. Күп ул беҙҙә: драмаһы ла, комедияһы ла...
                ...Юҡ-юҡта йәшкелт футболка кейгән шул егетте иҫкә алғылайым. Йөҙө-ҡиәфәте онотола бара, тик ҡыу ҡөпшә тотоп ҡыланғаны, йөрәкһеп Һөйләгән мажараһы һаман хәтерҙә.
                Читайте нас: